Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2024, 06:35

Милләттәштәр ҡор йыйҙы

Үткән аҙнала беҙҙең районда эш сәфәре менән хөрмәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев булды.  Урал Таһир улы иң тәүҙә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары, “Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Тәнзилә Үлмәҫбаевалар менән бергә Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда үткән район башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.  Бөгөн йәмәғәт ойошмалары халыҡ араһында ҙур эш алып бара, урындағы үҙидара органдарының уң ҡулы булып тора, мөһим саралар ойоштора. Беҙҙең Күгәрсен районынында ла ҡоролтай милләтле берләштереүгә, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен киләсәк быуынға еткереүгә күп көс һала.

Милләттәштәр ҡор йыйҙыМилләттәштәр ҡор йыйҙы
Милләттәштәр ҡор йыйҙы

Ҡунаҡтарҙы һәр саҡтағыса икмәк-тоҙ, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алғас, улар фойела ойошторолған сағыу күргәҙмәләр менән танышты. Гөлназ Сәйетбатталова, Әминә Әҙелғужиналар милли биҙәүестәр, Эльвира Кинйәбулатова сәк-сәк, бауырһаҡтар, Флорида Кәримова зефирҙан эшләгән “сәскәләр”,  Юлдыбай оҫталары - Урал Хөснуллин менән Хәйҙәр Әбделмәнов үҙҙәре эшләгән милли музыка ҡоралдары менән таныштырҙы. Китапхана хеҙмәткәрҙәре һуғылған балаҫтар тәҡдим итте. Был сағыу күргәҙмә халҡыбыҙҙың ниндәй егәрле һәм йүнсел булыуына тағы ла бер дәлил булып торҙо. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһе үҙҙәренең төп эшенән тыш, күңелдәренә ятҡан шөғөлдө кәсепкә әйләндерергә әмәлен тапҡан.

 Сараға йөҙҙән артыҡ делегат йыйылды. Улар араһында - йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡта эшләүселәр бар ине. Йыйылыш ҡурайсылар башҡарыуында халҡыбыҙҙың "Урал" көйө менән башланып китте.

 Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин залда ултырыусыларҙы сәләмләп, район башҡорттары ҡоролтайының эшен юғары баһаланы, йәмәғәт ойошмалары беҙҙең райондың айырылғыһыҙ өлөшө булыуын, күп сараларҙа ҡатнашыуын, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында райондың йыл һайын  призлы урындар яулауын, был еңеүҙә ҡоролтайҙың өлөшө ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 БР Премьер министры урынбаҫары Урал Килсенбаев тыуған районында, туғандары, яҡташтары алдында сығыш яһау һәр саҡ тулҡынландырғыс булыуын билдәләне. Ҡоролтайҙың сираттағы съезынан 5 йыл үтеп китте, ошо 5 йыл эсендә күп эштәр башҡарылды, айырыуса башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса күп эштәр эшләнде: БР Башлығы гранттары булдырылды, тине. Ошо 5 йыл эсендә беҙҙең телгә ҡараш үҙгәреүен, хәҙер махсус рәсми үткәрелгән сараларҙа ғына түгел, ә шәхси милектә уҙғарылған сараларҙа ла башҡорт теле ҡулланылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Башҡортостанда йәшәгән йәмғиәтебеҙҙең милләткә ҡарашы үҙгәрә башланы, ошо мәлде юғалтырға ярамай. Артабан да үҫеш юлында булырға кәрәк, - тине Урал Таһир улы.   

 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайым башҡарма комитеты ағзаһы Тәнзилә Үлмәҫбаева биш йылда башҡарылған эштәр тураһында һөйләне:

- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ун стратегик бурыс билдәләнде. Уның араһында демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу, балалар өсөн шарттар булдырыу, башҡорт эшҡыуарҙарын берләштереү - иң мөһимдәре.

Халыҡты берләштереүҙе, милли йолаларҙы тергеҙеүҙе, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙе, халыҡты спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуҙы төп бурыстары итеп алған

“Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү беҙҙең төп сараларҙың береһе булып тора.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыл да исемле йыл иғлан итә, 2024 йыл Йәштәр йылы тип иғлан ителде,уның  сиктәрендә йәштәргә ҙур иғтибар бүленәсәк, спорт саралары һәм ял итеү саралары уҙғарыласаҡ.

Ҡоролтай ярҙамы менән милли көрәш буйынса турнир уҙғарылды, ат ярыштары һәм мас-реслинг буйынса федерация ойошторолдо, илдең башҡа субъекттары менән бәйләнеш нығына, - тип һөйләне Тәнзилә Абдулла ҡыҙы.

Ҡунаҡтарҙың береһе лә буш ҡул менән килмәгән ине, илем, телем, халҡым тип янып-ярһып йөрөгән яҡташтарыбыҙ БР Башлығы, Бөтә донъя башҡорттарыҡоролтайы, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды.

 Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рөстәм Сәйетбатталов ҡоролтай эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, һуңғы биш йылда эшләнгән эштәрҙе барланы:

 - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелгән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” реапублика конкурсында район этабын үтеп Юлдыбай ауылынан Гөлгөнә һәм Урал Хөснуллиндар ғаиләһе беренсе урын яуланы. 2023 йылда Исем ауылынан Ишмөхәмәтовтар “Ғаилә кәсептәре” номинацияһында икенсе урын алды.

 Халҡыбыҙҙың үткәнен өйрәнеүгә, йолаларын тергеҙеүгә, хәҙергеһен һәм киләсәген билдәләүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән календар байрамдарын да ойоштормай ҡалмайбыҙ. Мәҫәлән, Милли кейемдәр көнө, Башҡорт теле көнө, Башҡорт ғаиләһе көнө һәм башҡалар. Мотлаҡ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ, был сараға милләттәштәребеҙҙе күберәк йәлип итергә тырышабыҙ.Йылда меңгә яҡын диктант яҙыусы теркәлә. Уҡыусы балалар Башҡорт теленән олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр республика һәм район кимәлендәге милли мәғарифте үҫтереү,фәнни, ғилми-ғәмәли сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

 Көйөргәҙе районында уҙған «Яулыҡ - Тыныслыҡ билдәһе» халыҡ-ара фестивалендә, Учалы районында «Ай, Уралым, Уралым!» IV Республика этно-фестивалендә,«Дуҫлыҡ гөлләмәһе»үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары республика, “Башҡорт шәле” конкурсында, “Йөрәк һүҙе”, "Минең Рәми",  ”Аҡмулла арбаһы“ , “Башҡорт аты” һәм башҡа сараларҙа беҙҙең яҡташтар һынатманы.

  “Атайсал” проектынан да ситтә ҡалмайбыҙ. Тыуған төйәгебеҙгә изге эштәр башҡарабыҙ. Бағымсылар ярҙамында Мораҡ һәм Күгәрсен ауылдары урта белем биреү мәктәптәренә тәрбиәүи әһәмиәте булған яҡташтарыбыҙ Рәсәй Геройҙары һәм Башҡортостаныбыҙҙың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһында ролл-стендтар эшләп тапшырылды, шундай уҡ стендтар Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына ла эшләтелде. Патриотик тәрбиә биреү маҡсатында Музейҙа “Герой әсә” фотокүргәҙмәһе булдырылды, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреү ойошторолдо.Илһөйәрлек дәрестәренә йыйылған балалар, экскурсияға килгән йәштәр был эш серҙәренә төшөнә, беҙҙең еңеүгә үҙ өлөштәрен индерә. Буш ваҡыттарҙа битараф булмаған оло быуын вәкилдәре шөғөлләнә. Маскировка селтәрҙәр үреү, гуманитар ярҙам йыйыу ауыл биләмәләрендә ла әүҙем алып барыла.

 Шуныһы ҡыуаныслы, өс йыл рәттән беҙҙең район ауылдары “Айыҡ ауыл” республика конкурсында призлы урындар яулай. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Исем ауылы беренселекте алһа, 2022 йылдың июнь айында Сәлих ауылының 2-се урын яулап 2 млн 500 меңлек сертификат алыуы билдәле булды, былтыр Бикбулат ауылы үҙ номинацияһында беренсе урынға сыҡты һәм 5 млн һумлыҡ сертификат алды. Ошо суммаға һәм район бюджетынан өҫтәп Сәлих ауылы урамына асфальт түшәлһә, бикбулаттар һәм исемдәр спорт һәм балалар майҙансығы төҙөп ҡуйҙылар, - тине Рөстәм Миңлеғәли улы.

 Артабан Өфө ҡалаһында үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезына делегаттар һайланды, башҡарма комитет составы раҫланды һәм киләһе йылдарға яңы маҡсат-ниәттәр ҡуйылды. Иң мөһиме ил-йорт тыныс булып, уларҙы бергәләп тормошҡа ашырырға насип булһын. Маҡсаттар ҡуйылды, уларға ярашлы эштәрҙе башҡараһы ҡалды. Бергә булайыҡ - берҙәм булайыҡ!

 

Береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы

Халыҡты берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәгендә шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо.

Урал Таһир улына шәхси һәм бөтә Мораҡ ауылын борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Ветерандар хоры вәкиле сәхнә костюмдарын яңыртыуҙа булышлыҡ итеүҙе һораһа, яугир-афғансы ҡатыны инсульттан һуң түшәктә ятҡан иренә махсус карауат алыуҙа, өй түбәһен алмаштырыуҙа ярҙам итеүҙәрен үтенде. Инвалид бала тәрбиәләүсе йәш әсәнең йорто янғындан зыян күргән, ул яңы өй алыу йәки төҙөүҙә ниндәй ярҙам саралары булыуын белеште.

Белем биреү усағын етәкләүсе педагог ни эшләп мәктәп директорҙары йәш уҡытыусылар менән бер рәттән республика Башлығы грантына дәғүә итә алмай тигән һорауҙы күтәрҙе. Урал Таһир улы бындай категорияға айырым норматив акттар ҡабул итергә кәрәктер, был мәсьәләне үҙем генә хәл итә алмайым, депутаттар менән һөйләшергә, кәңәшләшергә кәрәк, тине.

 Шулай уҡ осрашыуҙа бөтә Мораҡ ауылы халҡын борсоған проблема күтәрелде, йәй, баҡсаға һыу һибеү миҙгеле башланғас, һыу баҫымы кәмеү сәбәпле, күп биҫтәләрҙә йәшәүселәр һыуһыҙ интегә. Был проблеманы хәл итер өсөн “Таҙа һыу” федераль проекты буйынса эш башланды, яңы һыу ҡоролмаһы төҙөлдө, әммә уны Мораҡҡа тоташтырыр өсөн сығымдар кәрәк.

 

Балалар – беҙҙе киләсәк

Белем биреү усаҡтарының ауыл өсөн ни тиклем мөһим объект булыуын әйтеп тороу артыҡтыр. Ауылды йәшәтеүсе, уға йәм, йән өҫтәүсе мәктәп булыуы береһенә лә сер түгел. Райондың алдынғы белем усаҡтарының береһе - Мораҡ башҡорт гимназияһында ла булды ҡунаҡтар, йәш шайморатовсылар, сығарылыш класының ата-әсәләре менән осраштылар, әңгәмәләштеләр. Урал Таһир улы уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә үҙенең кәңәштәрен бирҙе.

Башҡорт гимназияһы биналарына ремонт кәрәк. Премьер-министр урынбаҫарына был проблема тураһында ла әйттеләр, Урал Таһир улы райондың йөҙөк ҡашы булған Башҡорт гимназияһын федераль программаға индерергә тырышырбыҙ, тип вәғәҙәләне.

 

Район мәҙәниәт һарайы ремонтлана, Һатлыҡта ял үҙәге төҙөлә

Мораҡтың бер биҙәге булған район мәҙәниәт һарайы төҙөлгәндән алып бер ҙә генә ремонтлағаны юҡ. Мәҙәниәт эшсәндәре, унда эшләүселәр алдарға бирмәҫ, бинаның өсөнсө ҡатына бына бер нисә йылдар дауамында оҙайлы ямғырҙар ваҡытында һыу үтә. Шулай уҡ йылытыу системаһы иҫкереү сәбәпле, бина һалҡын көндәрҙә айырыуса һалҡын була.

Ҡыуанысҡа күрә, апрелдә район мәҙәниәт һарайында ла күптән көтөлгән ремонт эштәре башланды. Төҙөүселәр бригадаһы етәксеһе Илшат Айытҡужин әйтеүенсә, әлеге мәлдә төҙөүселәр ҡыйыҡты алмаштырыу эштәре менән мәшғүл. Уны тамамлағас, өсөнсө ҡатта иҙән-түбәләр ремонтланасаҡ, стеналарға косметик ремонт эшләнәсәк, йылытыу системаһы тулыһынса алмаштыралаҡ, ингән ер яңынан эшләнәсәк.

Быйыл беҙҙең районда төҙөлөш эштәре дәррәү генә бара. Ер ҡарҙан әрселеү менән Һатлыҡ ауылында ял үҙәге төҙөлә башланы. Ауылға йәм биреп торасаҡ яңы бинала фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб һәм китапхана урынлашасаҡ. Әлегә төҙөүселәр бинаның нигеҙен ҡорған, һыу өсөн скважина быраулаған, тиҙҙән блоктар һала башлаясаҡтар. Төҙөлөш эштәрен Рәмил Айытҡужиндың бригадаһы алып бара.

Урал Таһир улы төҙөлөш эштәре барышы менән танышып, төҙөүселәр менән һөйләште. Улар башланған эште ваҡытында тамамларға һүҙ бирҙе.

Шулай уҡ Урал Килсенбаев район хакимиәтендә Юлдыбай ауыл биләмәһе көнөн үткәреү тураһындағы ойоштороу комитеты кәңәшмәһе эшендә ҡатнашты.

 

Ҡотлайбыҙ!

БР Башлығы Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар:

- Кирәева  Гөлназ Фәнил ҡыҙы, Ялсы ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе;

- Хөсәйенова Мәҙинә Ғилметдин ҡыҙы, Һатлыҡ ауылы китапханасыһы;

- Шәрипова Әнисә Әхмәҙулла ҡыҙы, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы;

- Сажнева Лилиә Йәғәфәр ҡыҙы, Исем урта мәктәбенең география уҡытыусыһы;

- Варнавская Рәсимә Фирғәт ҡыҙы, Волостновка мәктәбе директоры;

- Әлимғужин Ринат Кәрим улы, “Күгәрсен” телестудияһы директоры.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар:

- Илмөхәмәтов Илшат Ринат улы, район мәҙәниәт һарайы директоры;

- Ҡотлогилдин Азамат Әхмәтйән улы, Үрге Мөрсәләй ауылы старостаһы;

- Аҡъюлова Фәймә Миңлейәр ҡыҙы, район мәҙәниәт һарайының халыҡ театры режиссеры;

- Сәйфетдинов Линар Радик улы, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар:

- Ибраһимова Фәйрүзә Азамат ҡыҙы, Башҡорт гимназияһы директоры;

- Исҡужина Розалия Ишбулат ҡыҙы, “Мораҙым” гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы;

- Сәйетбатталова Гөлназ Миңләхмәт ҡыҙы, “Мораҙым” гәзитенең яуаплы сәркәтибе.

Райондың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар:

- Кинйәбулатов Сәйфулла Хәлил улы, Аҙнағол ауылы старостаһы;

- Раҫмөхәмәтова Рәзилә Самат ҡыҙы, Аҙнағол ауыл клубы директоры;

- Рыҫмөхәмәтова Вәсилә Ғәйзулла ҡыҙы, Прогресс утарындағы ит комбинаты аппаратсыһы;

- Кинйәбулатов Шәрифйән Хәкимйән улы, хаҡлы ялдағы.

Район башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттарына лайыҡ булдылар:

- Ишкилдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы, “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы мөдире;

- Фәизова Фаягөл Зәки ҡыҙы, “Уралҡай” балалар баҡсаһы мөдире.

  • Ҡыҙрасов Юлай вәлиша улы, Мораҡ сәнғәт мәктәбе уҡыыусыһы.
Автор:Розалия Искужина
Читайте нас