Мораҙым
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель , 14:20

Их, Чернобыль, йөрәк яраһы һин!

 Бөгөн 26 апрелдә – тарихта мәңгелек эҙ, йөрәктәрҙә тәрән яра ҡалдырған Чернобыль аварияһына 38 йыл тулыу уңайынан район үҙәгендә әһәмиәтле саралар үтте.  Тәүҙә Дан аллеяһы паркында "Мәңгелек ут"ҡа һәм Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскәләр һалынды. Артабан Мораҡ башҡорт гимназияһында дауам иткән йөкмәткеле сарала 1986 йылғы ҙур фажиғә, уға бәйле тыуған афәттәр иҫкә алынып, авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ҡарата ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде.

Их, Чернобыль, йөрәк яраһы һин!
Их, Чернобыль, йөрәк яраһы һин!

М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары һөйләгән Чернобыль тураһында шиғырҙар, Мораҡ мәҙәниәт һарайы артистары – Нәғим Нуриманов, Ришат Бәҙретдинов, “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө (етәксеһе Ғәлим Кинйәбулатов), Руслан Абдуллин, Елена Киршина, Виктория Лаврикова башҡарыуында патриотик рухлы йырҙар, Ленар Сәйфетдинов менән Винер Килдийәров өҙҙөргән башҡорт халыҡ көйҙәре тантананың хөрмәтле ҡунаҡтары өсөн ҙур бүләк булды.

 Тантананың төп сәбәпселәрен район ветерандар Советы рәйесе Тамара Нилова ихлас тәбрикләп, уларға ҡоростай сәләмәтлек, рух ныҡлығы теләне.

 Матур саранан һуң чернобылсылар төшкө ашҡа рәхим итте. Улар йыл һайын үҙҙәрен район үҙәгенә саҡырып ҙурлағандары өсөн ихлас күңелдән оло рәхмәтен белдерҙе.    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: