Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2024, 09:30

“Халыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү – төп бурыс”

 Ауыл биләмәһенең эшмәкәрлеге элек-электән халыҡ тормошон яҡшыртыуға, уның ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Бөгөн дә, заман башҡа – заң башҡа тиһәк тә, урындағы үҙидара бурыстары, маҡсаттары үҙгәрешһеҙ ҡала килә.   Ишбирҙе ауыл биләмәһе халҡының көнкүреше, тормошо тураһында Наил Булат улы Ибраһимов менән әңгәмәләшәбеҙ.

“Халыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү – төп бурыс”“Халыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү – төп бурыс”
“Халыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү – төп бурыс”

 - Наил Булат улы, һеҙ Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып байтаҡ йылдар эшләйһегеҙ.  Ошо йылдарҙа халыҡтың холоҡ-фиғелен ятлап та бөткәнһегеҙҙер инде.  Һеҙҙә нисә ауыл һәм ниндәйерәк халыҡ йәшәй?

 - Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында эшләүемә, эйе, 13 йыл булып китте. Ошо арауыҡта, әлбиттә, халыҡтың көнкүрешен, уның тормошон, проблемаларын, борсоған һорау-мәсьәләләрен  генә түгел, уларҙың холҡон да өйрәнеп бөтөлдө. Беҙҙең биләмәгә өс ауыл – Сапыҡ, Ҡаран, Ишбирҙе ауылдары ҡарай. Ошо өс ауыл халҡының, өс милләт вәкиле булғанғамы,  менталитеты ла айырылып тора. Сапыҡ – башҡорт, Ҡаран – рус, Ишбирҙе – тамырҙары менән мордва ауылы. Шәжәрәһен өйрәнделәр ишбирҙеләр, Столыпин реформаһынан башлана. Ҡайҙандыр күсеп килеп ултырғандар.

 Өс милләт вәкиле булһа ла, элек-электән дуҫ-татыу, бер-береһенә ярҙам итеп, терәк булып, йомошҡа ярап, ҡатнашып йәшәй биләмә халҡы. Колхоз ваҡытында ла, совхоз осоронда ла бер төптән егелеп эшләгәндәр. Сапыҡ, Ҡаран ауылдары колхоз ваҡытында “Победа” тигән бер бүлексәгә ҡараған.  Һуғыш ваҡытында Сапыҡта “Тигеҙлек” тигән колхоз булған. Аҙаҡ улар берләштерелгәс, Ишбирҙе  - “Энәк” бүлексәһе, Ҡаран менән Сапыҡ икеһе “Победа” булып ҡала.  Бер ферма, бер бригада – бер-береһенә ярҙам итешеп, татыу йәшәйҙәр. Мәрхүмдәрҙе ерләшкәндә лә, милләт, дин айырып тороу күренеше юҡ, ҡәбер ҡаҙышырға ла йөрөшәләр. Халыҡ әҙ булһа ла, мөмкинлектәренә ҡарап, һәр ваҡыт ярҙамға сығалар. Ауылда халыҡ кәмей. Мәктәптә ете бала уҡый, шуның дүртәүһе  ҙур класта. Тимәк, киләһе йылға өс кенә бала ҡала тигән һүҙ. Һәм көйөндөргәне – беренсе класҡа килерлек бала юҡ.

 Шулай ҙа халыҡ тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән төрлө проекттар - “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Аныҡ эштәр” программалары ярҙамында ла эштәр эшләнеп тора. Быйыл да ҡатнашырға теләк белдерҙек.

 Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, иҫәптә торғандар 383 кеше. Әммә уларҙың барыһы ла ауылда йәшәй тигән һүҙ түгел. Беҙҙә теркәлгән булһа ла, ситтә йәшәгән, эшләгән кешеләр күп. Күмертау, Мәләүез, Салауат кеүек ҡалаларҙа торалар, Себерҙә йөрөйҙәр. Ишбирҙелә, мәҫәлән, 130 кеше йәшәй, Сапыҡта -160,  Ҡаранда йөҙгә лә тулмай -93. Хужалыҡтар ҙа кәмей. Бынан бер нисә йыл элек “йәштәр ауылға ҡайтыр ул” тигән өмөт бар ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр бик юҡ. Уларҙы ла аңларға була: ҙур ерҙә ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүгә, уҡытыуға мөмкинлектәр күпкә киң. Районда үҙәгендә ер алып, өй һалып төпләнгәндәр бар.

 - Шәхсән минең күҙәтеүҙәрем буйынса, урта йәштәге ирҙәр барыбер ҙә ауылға тартыла. Ир уртаһы – ил тотҡаһы тиҙәр. Бына һеҙ, мәҫәлән, күтәренеп кенә ҡалаға сығып китер инегеҙме? Юҡтыр.

- Әлбиттә, юҡ. Мин хәҙер ҡала тип янырлыҡ йәштә лә түгел, теләк тә юҡ. Ғаиләлә кинйә улан булараҡ, мин атай нигеҙен дә һаҡларға тейешмен бит.  Башҡорт ауылдарында был ныҡлы тотолоп килгән йола ул.  Мәктәптән һуң ауыл хужалығы институтына уҡырға ингәс тә, ауылға ҡайтырға, ауылға, ергә хеҙмәт итергә тигән теләк бар ине. Тормош иптәшем Альбина Сәлимйән ҡыҙы ла ҡайһы саҡта “Мораҡ тирәһенә булһа ла, ҡуҙғалайыҡ” тигәне булһа ла, ауылда йәшәү, ауылда ҡалыу ҡарарым ныҡлы булды.  Хатта өй һалып нигеҙләнер ваҡытта ла атай йорто эргәһендә “тирәктәрҙе йығып, шул ерҙе күтәртеп ( һыу баҫа торғайны), шунда өй һалам” тип уйлай торғайным. Атайым мәрхүмдең “һиңә ер етмәй мәллә, ана, ағайың йәштәр урамында йорт һалып сыҡты” тип әйткәне хәтерҙә. Ул тирә барыбер буш түгел, ауылдашыбыҙ Әхмәҙи Таһир улы Ибраһимов мәсет һалдырҙы.

 Күп кенә тиңдәштәрем ауылда ҡалды. Радик тигән класташым колхозда эшләне, хәҙер шәхси хужалығында ишле мал аҫрап йәшәй, матур донъя ҡорҙо. Берәүебеҙ Нуҡайға барып төпләнде. Был да яҡшы, минеңсә. Беҙҙән һуң йорт һалып, төҙөнөүселәр бик булманы, шуныһы ғына үкенесле. Бер быуын өйләнеп, йорт һалып сыҡтыҡ та, ауылды һаман да тотоп киләбеҙ һымаҡ. 69-70 –се йылғылар башлыса.

- Ауыл биләмәһе хакимиәтенең төп бурыстары нимәгә ҡайтып ҡала? Халыҡ менән нисек эшләйһегеҙ? Халыҡтың ниндәй төп ихтыяждарын үтәү һеҙҙең иңдә?

- Проблемалар төрлө инде. Эш башлағандан алып байҡаһаң, иң күп мөрәжәғәттәр социаль йүнәлешкә ҡараған мәсьәләләр буйынса киләләр.  Өлкәндәр, ауыр тормош хәлендә ҡалғандар, иғтибарға мохтаж ғаиләләр, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр категорияһы...

Ишбирҙелә бер ҡатмарлы яҙмышлы яңғыҙ әбей булды. Өлкәнәйеп китте, ҡарарлыҡ кешеләре юҡ. Дауаханаға һалып, һаулығын нығытып бер аҙ, аҙаҡ Подгорныйға ҡарттар йортона урынлаштырырға мәжбүр булдыҡ. Балалары ла барҙыр инде, әммә ҡайтып ҡарап йөрөгән кешеләре булманы. Тәүҙә ҡыйыныраҡ булһа ла, өйрәнеп киткәндер. Ни тиһәң дә, ҡараулы, бағыулы, иғтибар, хәстәрлек тойоп йәшәү өлкән кеше өсөн мөһимерәк. Мәрхүмә булғас, алып ҡайтып, тейешенсә һуңғы юлға оҙаттыҡ.

- Эскелек, эшһеҙлек бармы? Халыҡты йәмәғәт тормошона йәлеп итеү мәсьәләһе нисек тора һеҙҙә?

- Хәҙер кеше аңлы ул, ни тиһәң дә. Бигерәк тә, йәштәр араһында һау-сәләмәт тормошто һайлағандарҙың күп булыуы ҡыуандыра. Улдарым да ялға ҡайтҡанда кис урамға сығып йөрөп киләләр, уларҙан да һорашып торам. “Атай, хәҙер элеккесә түгел бит ул, йәштәр яман ғәҙәттәрҙән йыраҡ тора” тиеүҙәренә һөйөнәм.

Ә эшһеҙлек ул һәр ерҙә лә барҙыр ине. Хатта эш урыны булып та, хеҙмәткәр таба алмаған осраҡтар бар. Сапыҡта, мәҫәлән, клуб мөдире хаҡлы ялға киткәйне, уның урынына килеүсе юҡ. Эш хаҡының түбәнлеге лә был тәңгәлдә әһәмиәткә эйәлер. Тик төп проблема  - халыҡты туплау ҡатмарлығылыр тип уйлайым. Сөнки халыҡ үҙ өйөнә бикләнде. Уларҙы йәмәғәт башланғыстарына йәлеп итеү еңел түгел. Йыйылыш үткәрәм тиһәң дә, һәр өй һайын йөрөп сыҡмайса булмай.

 Шулай ҙа был тәңгәлдә тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигән мәҡәлде ҡулланыу урынлы булыр. Теләге булһа, тырышһа, кеше төпкөл ауылда ла бынамын итеп йәшәү мөмкинлеген булдыра ала. Мал көтһә лә, ҡош-ҡорт аҫраһа ла, умарта тотһа ла, баҡса үҫтерһә лә – ауылда мөмкинлектәр бар. Әлбиттә, булды, ҡоролоҡ йылдарында бесән проблемаһы ҡырҡыу ине. Шулай ҙа халыҡ малын кәметмәне.

 Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла бар. Шамил Дәүләтбаев улы менән эшләй, миҙгелгә ҡарап, эшселәр туплай. Толмачевта ла шулай уҡ. Яҙғы ремонт эштәре осоронан көҙ уңышты йыйып тапшырғансыға тиклем эшләргә мөмкин. Аҡсаһын түләй, эше бар.

Эшкәртеүһеҙ ятҡан баҫыу ерҙәре беҙҙең биләмәлә бөтөнләй юҡ. “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәтенә лә эшселәр йәлеп ителә. “Утар” йәмғиәте етәксеһе Азамат Айытҡолов та йылҡысылыҡ йүнәлешендә уңышлы эшләй, унда ла эшләрлек эш бар.

 Ҡарандан Верясовтар шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу менән байтаҡ йылдар шөғөлләнә. Бығаса биләмәләге ауылдарҙан ғына йыйһалар, хәҙер Ишбирҙе, Нуҡай, Сарат, Яңауыл һәм башҡа ауылдарҙан  2 тоннаға яҡын һөт йыйып, “Тәүәкән”  йәмғиәтенең һөт эшкәртеү цехына тапшыралар. Һөт йыйыусы булғас, уны тапшырыусылар ҙа, тимәк, ишле мал аҫраусылар ҙа, бар.

 Көтөү мәсьәләһе элек-электән сиратҡа ҡоролған. Сыға алмағандар көтөүсе яллаһа, бер көнгә 1500-2000 һум түләйҙәр. Ишбирҙелә, ҡаранда мал кәмегәс, “электропастух” ҡоролмаһын алдылар ҙа, шунда көтәләр. Төшкә бер барып ҡарайҙар ҙа, кис асалар. Халыҡ үҙ яйын, үҙ мөмкинлеген үҙе көйләне.

 Һәр йортта эре мал менән бер рәттән кәзә-һарыҡ та, ҡош-ҡорт та бар. Умартасылыҡ та беҙҙә байтаҡтан бар. Сапыҡта Нәсибулла, Мәжит, Тәлғәт Хәсәновтар, Рәил Вәхитов, Әсхәт, Хәйҙәр Ибраһимовтар, Ишбирҙелә Бордаков электән ҡортсолоҡтан килем ала. Үҙҙәренең һатып алыусылары бар, Нәсибулла Хәсәнов, мәҫәлән, Урал аръяғына – Баймаҡ, Хәйбулла, Сибай яҡтарына уҡ сығып китә торғайны ваҡытында. Хәҙер генә, өлкәнәйеү сәбәпле, умарталарын әҙерәк кәметте. Кемдер картуфҡа, онға ла алмаштырып ала. Гуманитар ярҙамға ла мул ғына итеп бал биреп торалар, күстәнәскә лә йәлләмәйҙәр.

 - Башлыҡ булараҡ, халыҡ көнкүрешен, халыҡ тормошон нисек баһалайһығыҙ? Яҡташтар менән бәйләнеш бармы?

 - Әлбиттә, бар. Әхмәҙи Таһир улы ғына аҙнаһына ике-өс рәт шылтыратып, хәлдәрҙе белешеп, яңылыҡтарҙы һорашып, һәр береһенә сәләмдәрен күндереп тора.

 Яңы йыл тамашаһын күмәк көс менән үткәреп ебәрҙек тә, шунда МХО-ға маскировкалау селтәре үреп ебәреү мәсьәләһен ҡуҙғатҡайныҡ, илһөйәрлек тойғоһо көслө халыҡтың, дәррәү күтәреп алдылар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өй беренсә аҡса йыйып, кәрәкле материалдар һатып алып, Мәләүезгә барып өйрәнеп, бәйләй башланылар. Көн һайын егермегә яҡын кеше йөрөнө. Килә алмағандар өйҙәрендә таҫмалар ҡырҡып әҙерләне. Һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе. Дөйөм алғанда 840 кв.метрлыҡ селтәр бәйләнде. Апрель башында аҙаҡҡыһын эшләп бөтөп, тапшырҙыҡ.

 Ураҙа айында ифтар үткәреү буйынса кәңәшләшеп эшләнек. Быйыл ауылда ифтарҙар әүҙем үтте. Көн һайын бер ғаилә мотлаҡ үткәреп торҙо. Был да халыҡ тормошона баһа. Тимәк, дин юлына килеүселәр ҙә бар.

 “Еңеү салюты” фестивалендә лә ҡатнаштыҡ.

 Мобилизацияға эләккән ауылдаштарыбыҙҙың ғаиләләренә лә ярҙам итеү даими ойошторола. Әлеге ваҡытта ундайҙар икәү. Өсәү ине, берәүһе өс бала булып, кире әйләнеп ҡайтты. Бер егет контракт буйынса хеҙмәт итә. Отпускыға ҡайтып, ял итеп йөрөйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  бер яҡташыбыҙ һәләк булып ҡайтты.

 Берәүҙе ҙә ситтә ҡалдырмайбыҙ, иғтибарға мохтаж кешеләргә ҡулыбыҙҙан килгәнсә һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ.

 - Әле яҙғы ташҡын мәле. Һеҙҙең биләмәлә хәүеф тыуҙырған ҙур һыуҙар бармы?

- Беҙҙә Кәкеруй йылғаһы аға (Энәк йылғаһы). Тауҙар араһынан килеп сыҡҡан Энәк йылғаһы Сапыҡ менән Ҡаран араһынан үтә. Кәкеруй уның бер тармағы булып, Оло Эйеккә ҡойған. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында ауылды һыу баҫҡас, уны быуып, торба аша ғына үткәреп ебәргәндәр. Йәй көндәре үҙәндә һыу аҡмай. Һуңғы йылдарҙа элекке һымаҡ ҙур ташҡындар булғаны юҡ ине. Йылына ҡарап, Сапыҡ менән Ҡаран эләгә. Хужалыҡ төҙөлөштәренә килеп етһә лә, өйҙәргә үк үтеп инмәй торғайны былай. Мәҫәлән, 1992 йылда һыу ныҡ күтәрелде. Мал үҙ урынында торҙо, берәү ҙә күсеп китеп йөрөмәне, халыҡты күсереп, мал –тыуарҙы ҡыуған осраҡтар булғанын хәтерләмәйем. Беҙ бала саҡта ла яҙғы ташҡындар ҙур булды. Малайҙарға ни, уйын ғына. Кәмәлә йөҙөп, оҙон ҡуныслы резина итектәр менән һыу кисеп кинәнә инек.

Быйыл һыу арыу ғына килә. Яңылыҡтарҙан да ишетеп-күреп торабыҙ, төрлө төбәктәрҙә һыу арҡаһында зыян күрәләр. Көҙҙән дә ямғыр күп яуҙы, ҡышын ҡар ҙа арыу булды. Ҡапыл иретеп ебәрһә, әллә ни ҙур булмаған йылғалар ҙа күтәрелә лә китә.

 Проблема, әлбиттә, бар, уны йәшереп тороу мөмкин дә түгел, халыҡ мөрәжәғәттәрен тыңлайбыҙ, ҡулдан килгәнсә хәл итергә тырышабыҙ. Әҙерлек бар тип уйлаһаҡ та, тәбиғәткә ҡаршы торорлоҡ көс-ғәйрәте юҡ кешенең. Шулай ҙа халыҡ та, хужалыҡтар ҙа зыян күрмәҫ тип ышанабыҙ.

- Йөкмәткеле әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар, халыҡ менән бер булып, киләсәктә лә һөҙөмтәле эшләргә яҙһын.

- Рәхмәт, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА әңгәмәләште.

Фото.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас