Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2024, 10:55

Эшкә таһыллы, дәрт-дарманлы ир аҫылы

Кешеләргә бәлә-ҡаза килгәндә иң тәүгеләрҙән булып улар ярҙамға ашыға. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү генә түгел, халыҡтың именлеген хәстәрләү, милкен ҡотҡарыу, шулай уҡ урман-ҡырҙарыбыҙҙы янғындан ҡурсалау һымаҡ яуаплы бурыстар йөкмәтелгән уларҙың иңдәренә. Уяулыҡ, саялыҡ, физик һәм мораль яҡтан ныҡлыҡты талап иткән өлкәне шуға күрә эшкә таһыллы, тынғыһыҙ йәнле ир аҫылдары ғына һайлай.  Шуларҙың береһе – сит яҡтарҙан килеп ғүмерлеккә  Йомағужа ауылына берегеп, был төбәккә йәм өҫтәп йәшәүсе Раян Ғайсин менән баҫмабыҙ дуҫтарын да таныштырып үтмәксебеҙ. Хәйер, үҙ эшенә мөккиббән һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн юғарынан бик күп наградаларға эйә булған 84-се янғын-ҡотҡарыу часының Йомағужа бүлексәһе начальнигын тирә-яҡта яҡшы беләләр. 1997 йылдан башлап был вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы уҙаман әүҙем йәмәғәтсе лә, мәҙәниәт донъяһына ғашиҡ оҫта гармунсы ла, уңған ул-ҡыҙ үҫтереп, уларға ныҡлы терәк булып тороусы хәстәрлекле атай ҙа.

Эшкә таһыллы, дәрт-дарманлы ир аҫылыЭшкә таһыллы, дәрт-дарманлы ир аҫылы
Эшкә таһыллы, дәрт-дарманлы ир аҫылы

 Раян Сәғит улы 1959 йылдың 18 майында Ғафури районының Ташбүкән ауылында донъяға килгән. Атаһы ғүмер баҡый мәктәптә уҡытыусы, ә әсәһе йыйыштырыусы булып эшләгән. Мәрхүмдәр бәләкәстән улдарын эшкә өйрәтеп, уның булмышына үҙ өлгөләрендә иң күркәм сифаттарҙы һалып, матур тәрбиә биреп үҫтергән. Тыуған ауылы мәктәбендә төплө белем алған егет Ватан алдындағы изге бурысын Свердловск ҡалаһында медицина – санитар батальонында үтәй. Бында медицина курстарын үтеп, медбрат һөнәрен үҙләштерә; әрме сафында алған белемдәре артабан һәр ҡайҙа, һәр өлкәлә уға ярҙам итә.

 Армиянан һуң эшкә бөтмөр, белемгә әүәҫ егет мастерҙар курсын үтеп, Ишембай яғында Нефть-разведка идаралығында хеҙмәт юлын башлай. Үҙенең һөйөклөһө, ауылдаш ҡыҙы – Зилә Шәкүр ҡыҙы менән ҡауышып, ғаиләһен дә Ишембайға алып килә. 1983 йылда иң тәүге мөхәббәт емештәре  - Илмира тыуғас, йәштәрҙең донъялары тағы ла нурланып, эшкә дәрт-ялҡындары артып китә.

 Алты йыл Ишембайҙа йәшәп, Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлгән осорҙа яңы перспективалар асылғас, Ғайсиндар 1985 йылдың авгусында Йомағужаға килеп төпләнә. Бер йылдан ата-әсәне сикһеҙ ҡыуаныстарға төрөп улдары – Рәил тыуа.

 һәр яҡлап һәләтле ир аҫылы донъяның, яҡындарының төп терәге лә була, төҙөлөш өлкәһендә лә һынатмай. 1997 йылға тиклем бригадир-мастер кеүек яуаплы эште башҡара. Раян Сәғит улы етәкселегендәге төҙөлөш бригадаһы ярҙамында Йомағужа һыуһаҡлағысы территорияһында күркәм йорттар, тиҫтәләгән объекттар ҡалҡып сыға. Йомағужа 2-се урта мәктәбе, Шарлаҡ, Әлмәс, Санъяп мәктәптәре төҙөлә.

 

 Бөтөнләй икенсе өлкәгә – янғын һағына баҫҡас та, хеҙмәт юлында ҙур тәжрибә туплаған, етәксе булараҡ та эште, коллективты ойоштороу буйынса һәләтен шаҡтай үҫтереп өлгөргән Раян Сәғит улы тиҙ арала үҙ кешегә әүерелә.

- Беҙҙең Йомағужа бүлексәһе коллективы 15 кешенән тора. 10 водитель, 5 отделение командиры булһа, һәр ҡайһыһы үҙ һөнәренә яуаплы ҡарай, үҙ эшенең оҫтаһы. Тәүлек әйләнәһенә дежур итәбеҙ. Беҙ Йомағужа участкаһы өсөн генә түгел, Күгәрсен районы буйынса 5 ауыл биләмәһе – Иртөбәк, Ялсы, Воскресенк, Подгорный, Түбәге Бикҡужа территориялары һәм Мәләүез районына ҡараған, беҙгә яҡыныраҡ урынлашҡан Иштуған һәм Һарыш ауыл биләмәләре территорияһы өсөн яуаплы. Әлбиттә, ҙур бәлә-ҡазалар килгәндә, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр өсөн территориаль бүленеш юҡ, Побоищеламы, күрше Бөрйәндәме – кәрәк икән, һәр саҡ ярҙамға әҙербеҙ. Йәй осоро бигерәк тә янғын хәүефлеге арта, шуға бәйле кешеләрҙе ут менән һаҡ булырға саҡырғы килә, - тип, үҙҙәренең берҙәм эштәре хаҡында ҡыҫҡаса әйтеп үтте начальник.

 Үткән йылда Йомағужа психоневрологик интернатында тыуған бәлә-ҡазала урындағы янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең оператив эш башҡарыуына бәйле ҡорбанһыҙ хәл ителеүе хаҡында күптәр хәбәрҙар, моғайын. Улар бынан 137 кешене йәһәт кенә эвакуациялай, берәү ҙә зыян күрмәй.

 Хеҙмәткәрҙәр сменалап эшләһә, Раян Сәғит улына, начальник булараҡ, больничныйҙа, отпускыла булған мәлендә лә һәр саҡ сафта торорға, уяулыҡ һаҡларға тура килә (бәлә-ҡаза ваҡытын һорап килмәй бит!). Йәйгә сыҡҡас айырыуса тынғыһыҙ мәлдәр башлана. Ғәҙәт һәм намыҫы ҡушыуы буйынса начальник даими рәүештә үҙ төбәгендә обход эшләп әйләнә. Оҫта гармунсы булғас, байрам сараларынан, смотр-конкурстарҙан да ситтә ҡала алмай, Йомағужа ауыл советының депутаты булараҡ урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә әүҙем ҡатнаша.     

 

 Ғүмеренең алтынсы тиҫтәһен аташлаһа ла дәрт-дарманлы, йәштәргә биргеһеҙ күренгән ир уҙаманын яҙмыш һынауҙары ла урап үтмәй. Ярһыу йәшлек йылдарында ҡауышып, ғүмер ебен 33 йыл бергә-бергә һүткән хәләл ефете бынан 9 йыл элек баҡыйлыҡҡа күсә.

Күркәм холоҡло Зилә Шәкүр ҡыҙы тормош юлдашына һәр саҡ рухи терәк була. Ул оҙаҡ йылдар Йомағужа һыуһаҡлағысы ашханаларында, аҙаҡ “Наҙгөл” социаль приютында ашнаҡсы һөнәрен намыҫ менән башҡара. Йәшлек йәренең, яратып баҡҡан һәм бар йөрәк наҙын биргән балаларының йөрәгенә тәрән әрнеү-һағыш һыҙып, яҡты донъяларҙан иртәрәк китә ул.

 Балаларына матур тәрбиә бирер, уларҙы һөнәрле итер өсөн Ғайсиндар бар тырышлығын һала. Илмира менән Рәил хәҙер күптән башлы-күҙле булған, икеһе лә икешәр ҡыҙ тәрбиәләй. Башҡорт дәүләт университетын бөтөргән Илмира – Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты һәм БР Дәүләт-Йыйылышы ҡоролтай депутаты Р.Ишмөхәмәтовтың ярҙамсыһы. Ә Рәил атаһы юлын һайлап, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте институтында уҡый, әлеге ваҡытта Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы кеүек яуаплы вазифа биләй, Мәләүез ҡалаһында төпләнгән.

 Йәрһеҙ, парһыҙ йәшәүҙәре был тормошта еңелдән түгел. Бәхеткә күрә, Раян Сәғит улына артабан үҙе кеүек эшһөйәр, киң күңелле заттан булған Рәғиҙә Ирәндек ҡыҙы менән парлы ғүмер насип итә Хоҙай. Ул өс баланың изгелекле әсәһе, Йомағужаның “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы логопеды. Йомарт күңелле, хәстәрлекле ир аҫылы яңы ғаиләләге балаларға ла йөрәк наҙын бүлеп, уларға ла ныҡлы иңен ҡуя.

- Ҡыҙыбыҙ Динара юғары белемле, кейәүебеҙ Таһир менән Йомағужа ауылында йәшәй, беҙгә ике ейән – Тамерлан һәм Рамаҙанды бүләк иттеләр. Улыбыҙ Фәнил Ишембай нефть техникумының 3-сө курс студенты, ә кинйәбеҙ Салауат әлеге көндә Йомағужа 2-се урта мәктәбендә 8-се класта тик яҡшы билдәләргә уҡып йөрөй. Улдарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтыраһы бар әле. Тиҙерәк донъялар тынысланһын, ир-егеттәр иҫән-имен ҡайтһындар ине, - тип йомғаҡланы һүҙен үҙ улдары өсөн генә түгел, яҡташтарыбыҙ, һалдаттар өсөн, ейән-ейәнсәрҙәренең яҡты киләсәге өсөн көйәләнгән уҙаман.

 Ошо биш-алты һөйләмдә лә Раян Сәғит улының бар ир-егетлек һәм кешелек сифаттары, даръялай киң күңеле яҡты сағылыш таба. Артабан ғаилә күктәре гел аяҙ булһын ине! Йәйҙәрҙә алдан уҡ аномаль эҫеләр вәғәҙә итһәләр ҙә, янғын һағында Раян Ғайсин һәм уның коллегалары кеүек ысын ир-аҫылдары торғанда,  уларҙың бәлә-ҡазаһыҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ үтеүенә бик ышанғы килә!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор һәм ғаилә архивынан алынған фотлар.

 

 

Оҫта гармунсы булғас, байрам сараларынан, смотр-конкурстарҙан да ситтә ҡала алмай, Йомағужа ауыл советының депутаты булараҡ      

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас