Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель , 09:20

Аҙнағолдар өсөн ихлас шатбыҙ!

Кисә баш ҡалабыҙҙың "Торатау" конгресс-холлында "Айыҡ ауыл - 2023" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты. Билдәле булыуынса, Аҙнағол ауылы был конкурста әүҙем ҡатнашты.

Аҙнағолдар өсөн ихлас шатбыҙ!
Аҙнағолдар өсөн ихлас шатбыҙ!

Бәләкәй генә ауылға республика кимәлендә уҙған шундай ҙур конкурста ҡатнашыу һәм район данын яҡлау, әлбиттә, еңел эш түгел. Шулай ҙа аҙнағолдар һынатманы, проект сиктәрендә бихисап эштәр атҡарҙы, мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарҙы. Ҡыштың һуңғы көнөндәге “Ҡышҡы ауылпиада”лары айырыуса юғары кимәлдә уҙҙы.

Шулай итеп, Аҙнағол ауылы "Айыҡ ауыл - 2023" республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Диплом һәм 200 мең һумлыҡ аҡсалата приз менән бүләкләнде. Беҙ уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм алдағы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Һәр ваҡыт шулай дәртле, берҙәм булып ҡалығыҙ, аҙнағолдар! Афарин!


#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2023 #АйыҡАуыл2023 #ФСГОРБ #Кугарчинскийрайон #Күгәрсенрайоны #Азнагулово #Аҙнағол

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: