Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Апрель , 09:50

Картуфты сәсер алдынан өс аҙна алдан уҡ мөгәрәптән сығарып ҡуйырға кәрәк

Ҡоротҡостар, атап әйткәндә ҡаты ҡорт (проволочник)  картуфҡа теймәһен һәм уңыш мул булһын өсөн 3 аҙна алдан сығарып, яҡтыртылған урынға һалырға кәрәк. Был ваҡыт эсендә уларҙа...

Картуфты сәсер алдынан өс аҙна алдан уҡ мөгәрәптән сығарып ҡуйырға кәрәк
Картуфты сәсер алдынан өс аҙна алдан уҡ мөгәрәптән сығарып ҡуйырға кәрәк

 “Икенсе икмәк” исемен картуф юҡҡа ғына алмаған – уны сәсмәгән, үҫтермәгән, ашамаған кеше бик һирәк. Мул уңыш алыу өсөн алдан хәстәрлек күрергә кәрәк.

Картуфты ғәҙәттә апрель урталарында баҙҙан, мөгәрәптән сығаралар.

  Ултыртыу өсөн 70-100 г ауырлыҡтағы сәләмәт картуф бүлбеләрен генә һайлап алығыҙ. Ҡоротҡостар картуфҡа теймәһен өсөн 3 аҙнаға яҡтыртылған урынға һалырға мөмкин. Был ваҡыт эсендә уларҙа ағыулы соланин барлыҡҡа килә – тышы йәшел төҫкә инә.

Картуфты сәсеү ваҡыты, әлбиттә, һауа торошона ҡарай, шулай ҙа 1-10 май арауығы яҡшы тип һанала.

 Картуф һалынасаҡ һәр соҡорға 1 аш ҡалағы суперфосфат өҫтәү файҙалы - был ашлама уңышты ҡаты ҡорттан (проволочниктан) һаҡлай.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: