Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Апрель , 14:10

"Ураҙа айының мөғжизәһен үҙебеҙ күрҙек", - ти Әмирхановтар

Иҙел буйын төйәк иткән Ялсы, Һапаш, Вәлит ауылдарында шул тиклем тырыш халыҡ йәшәй – бындағылар ереһенән-береһе уҙҙырып, сәмләнеп донъя көтә... Рита һәм Дауыт Әмирхановтар ҙа улар рәтендә.

"Ураҙа айының мөғжизәһен үҙебеҙ күрҙек", - ти Әмирхановтар
"Ураҙа айының мөғжизәһен үҙебеҙ күрҙек", - ти Әмирхановтар

 1964 йылда Вәлит ауылында донъяға килгән Дауыт Сибәғәт улы.

 

 1982 йылдың сағыу ҡояшлы 4 майында армияға китә Дауыт ағай. Ул хәрби хеҙмәтен Норисльск ҡалаһында үтәй. Матур хеҙмәт итә егет, әммә күрәсәгең булһа, күрмәй ҡалмайһың икән... 1983 йылдың декабрендә ауыр йәрәхәт ала һәм хеҙмәтен ҡалдырырға мәжбүр була. Был хаҡта ул хәҙер һөйләү түгел, уйларға ла яратмай...

***

 Иң мөһиме - үҙендә артабан йәшәү өсөн көс таба, яңыса йәшәргә өйрәнә егет. Ырымбурҙа Бөтә Союз кимәлендәге инвалидтар мәктәбендә уҡып, бухгалтер һөнәрен ала һәм “Сорғояҙ”,  “Хоҙайбирҙин” колхоздарында эшләй.

 ***

Ҡатыны Рита апай  Мәләүез районының Мотай ауылында тыуып үҫкән.  

Икәүләп тырышҡас, бар яҡлап та булдыралар.  Бөгөнгө көндә кирбестән төҙөлгән, бар уңайлыҡтары булған ҙур, иркен йортта йәшәй Әмирхановтар. Ишле мал, йәй һайын күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәләр.

 ***

 Имәндәй өс ул үҫтергән Әмирхановтар. Оло улдары Артур күп ир-егеттәр кеүек ҡырға йөрөп эшләй. Ул кәләше Әлфиә менән Мәләүез ҡалаһында төпләнгән, Нәргизә менән Нияз исемле ҡыҙ, ул үҫтерәләр.

  Даян менән Ғайсар улдары ла ҡалала йәшәй, үҙҙәре һайлаған тармаҡта эшләй. Әйткәндәй, Рита апай менән Дауыт ағай уларҙы бер йылда өйләндергән, береһе армиянан ҡайтҡас, икенсеһе китер алдынан ғаилә ҡорған: Ғайсар менән Мәләүез районының Яңауыл ауылы ҡыҙы Нәсиәгә 2002 йылдың сентябрь, Даян менән Ялсы ауылы һылыуы Наҙгөлгә октябрь айында никах уҡытып, Даяндарға 2023 йылдың февралендә туй үткәргәндәр.

 Күңел һыйһа, барыһына ла урын етә, тигәндәй, бынан бер нисә йыл элек Рита апайҙың физик мөмкинлектәре сикләнгән бер туған һылыуы Ғәлиәне лә үҙ ҡанаты аҫтына алған оло йөрәкле Әмирхановтар.

***

Рита апай бәйләм бәйләргә, унан да бигерәк бешеренергә ярата. Әлеге көндә ул аҙна һайын бер нисә ауылдашы менән Ялсы ауыл мәҙәниәт йортона махсус хәрби операцияла булғандар өсөн маскировкалау селтәре үрергә йөрөй.

***

Дауыт ағай йәш сағында ижад менән мауыҡһа ла, һуңғы 30 йылда ҡулына ҡәләм алмаған.

Быйыл иһә ураҙа башланғас, төндә ҡапыл ғына күңеленә  бер нисә шиғыр юлы килә һәм тороп уны аҡ ҡағыҙға төшөрә.

 -Ураҙа айының мөғжизәһен үҙебеҙ күрҙек! Тәүге көндәрҙә көнөнә бер нисә шиғыр яҙҙы, йышыраҡ төндә яҙышты, артынан яҙып өлгөрөп булмай, - ти Рита апай тормош иптәшенең 20-25 көн эсендә етмешләп шиғыр яҙыуын телгә алып.

Әмирхановтар хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡығыҙ.

 

"Ураҙа айының мөғжизәһен үҙебеҙ күрҙек", - ти Әмирхановтар
"Ураҙа айының мөғжизәһен үҙебеҙ күрҙек", - ти Әмирхановтар
"Ураҙа айының мөғжизәһен үҙебеҙ күрҙек", - ти Әмирхановтар
"Ураҙа айының мөғжизәһен үҙебеҙ күрҙек", - ти Әмирхановтар
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: