Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2024, 05:30

Ихлас күңелле апайыбыҙ

Туҡһан ике йыл элек донъя күрә башлаған  район гәзиттәренең тарихы бик бай. Уның һәр һаны артында  нисәмә кешенең тырыш хеҙмәте ята. Уларҙың ҡайһылары әлеге көндә эшләп йөрөһә, бәғзеләре күптән инде хаҡлы ялда. Рәзилә Хамбал ҡыҙы Сәлиева  район баҫмалары үҫешенә тос өлөш индергән һәм уның тарихында үҙенең эҙен ҡалдырған ағай-апайҙарҙың береһе булып тора.

Ихлас күңелле апайыбыҙИхлас күңелле апайыбыҙ
Ихлас күңелле апайыбыҙ

 11 йыл дауамында һәр ижадсының яҙмалары уның ҡулы аша үтеп, гәзит биттәренә барып етте. Ул оператор – текстарҙы йыйыусы булып эшләне һәм гәзиттә эшләгәндәрҙең генә түгел, ауыл хәбәрселәренең дә ҡулдан яҙылған яҙмаларын күҙ асып йомған арала һис хатаһыҙ компьютерҙа баҫтыра торғайны.

 Илеш районының Шәммәт ауылында тыуып үҫкән Рәзилә апай.

 Тормош иптәше Абдулла Рәсүл улы менән бик матур донъя көтә ул.

Рәзилә апай байтаҡ ваҡыт район мәғариф бүлегендә эшләй.  2004 йылда иһә уны редакцияға эшкә саҡыралар. Ул осорҙа районда башҡортса шрифт менән текстарҙы йыйыусылар бик аҙ булғас, уға был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүселәр бик күп була. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзиттә эшләгән журналистарҙың, ауыл хәбәрселәренең (ул саҡтарҙа ауылдарҙан яҙышыусылар бик күп булды) яҙғандары тотошлай Рәзилә апай ҡулынан үтте. Районда төрлө яуаплы өлкәләрҙә эшләгәндәр ҙә эш буйынса үтенес менән йыш киләләр ине. Алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле хеҙмәттәшебеҙ һәр кемгә ярҙам итергә, барыһына ла өлгөрөргә ваҡыт тапты.

Хаҡлы ялда булһа ла бик әүҙем Рәзилә апайыбыҙ: ул - район мәҙәниәт һарайының “Ынйылар” халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы. Районда уҙған бер мәҙәни саралар ҙа уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ!

  Шулай ҙа уның иң ҙур шатлығы – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре. Ишембай кадет, Екатеринбургта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең Урал институтын тамамлаған Азамат әлеге көндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса  махсуслаштырылған янғын һүндереү-ҡотҡарыу часының авария-ҡотҡарыу эштәрен үткәреү буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләй, Ишембай ҡыҙы Эльвира менән матур ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ, бер ул үҫтерә. Гүзәл иһә Благовар районына килен булып төшкән, бөгөнгө көндә тормош иптәше Азат менән Өфө ҡалаһында йәшәй, улар ике ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр.

Бөгөн Рәзилә апай үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Уны ихлас ҡотлайбыҙ һәм иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас