Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2024, 07:41

Пенсияға кемдәр ваҡытынан алда сыға

 25 йыл эшләгән ир-егеттәр һәм 20 йыл стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыҫҡартыу йәки компания бөтөрөлөү сәбәпле эштән бушатылһа, ә мәшғүллек үҙәгендә уларға яңы урын тапмаһалар, ике йылға алдан пенсияға сыға ала.  Инвалид балаһын 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе: ҡатын – ҡыҙҙар – 50 йәштә, ир-егеттәр 55 йәштә пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә. Страховка стажы, ярашлы рәүештә, 15 һәм 20 йыл булырға тейеш.  Бала саҡтан инвалид баланың опекуны: стаж алдағы осраҡтағы кеүек үк булырға тейеш. Ә пенсияға сығыу йәше опеканың һәр 1,5 йылында бер йылға кәмей. Әммә 5 йылдан артыҡҡа түгел. Ике һәм унан күберәк бала тапҡан, 20 йылдан кәм булмаған страховка стажы булған һәм:- кәм тигәндә 12 йыл – Алыҫ Төньяҡта;- кәм тигәндә 17 йыл - Алыҫ Төньяҡҡа тиңләштерелгән урындарҙа эшләгән 50 йәшкә еткән әсәләр.✅ Биш һәм унан күберәк бала тапҡан, уларҙы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән 50 йәшлек әсәләр. Шул уҡ ваҡытта 15 йылдан кәм булмаған стаж талап ителә.Мөһим❗️Дүрт һәм унан күберәк бала тапҡан, уларҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсияға сығыу йәше 4 йылға кәмей. Өс бала тапҡандар өсөн - 3 йылға. Ике осраҡта ла 15 йыл стаж кәрәк.

Пенсияға кемдәр ваҡытынан алда сығаПенсияға кемдәр ваҡытынан алда сыға
Пенсияға кемдәр ваҡытынан алда сыға

✅ 25 йыл эшләгән ир-егеттәр һәм 20 йыл стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыҫҡартыу йәки компания бөтөрөлөү сәбәпле эштән бушатылһа, ә мәшғүллек үҙәгендә уларға яңы урын тапмаһалар, ике йылға алдан пенсияға сыға ала.

 ✅ Инвалид балаһын 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе: ҡатын – ҡыҙҙар – 50 йәштә, ир-егеттәр 55 йәштә пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә. Страховка стажы, ярашлы рәүештә, 15 һәм 20 йыл булырға тейеш.

 ✅ Бала саҡтан инвалид баланың опекуны: стаж алдағы осраҡтағы кеүек үк булырға тейеш. Ә пенсияға сығыу йәше опеканың һәр 1,5 йылында бер йылға кәмей. Әммә 5 йылдан артыҡҡа түгел.

✅ Ике һәм унан күберәк бала тапҡан, 20 йылдан кәм булмаған страховка стажы булған һәм:
- кәм тигәндә 12 йыл – Алыҫ Төньяҡта;
- кәм тигәндә 17 йыл - Алыҫ Төньяҡҡа тиңләштерелгән урындарҙа эшләгән 50 йәшкә еткән әсәләр.

✅ Биш һәм унан күберәк бала тапҡан, уларҙы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән 50 йәшлек әсәләр. Шул уҡ ваҡытта 15 йылдан кәм булмаған стаж талап ителә.

Мөһим❗️Дүрт һәм унан күберәк бала тапҡан, уларҙы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсияға сығыу йәше 4 йылға кәмей. Өс бала тапҡандар өсөн - 3 йылға. Ике осраҡта ла 15 йыл стаж кәрәк.

Автор:
Читайте нас