Ваҡиға урынына Баш идаралыҡтың оператив төркөмө һәм Белорет ҡалаһы ҡотҡарыусылары йөҙөү саралары менән барған.
Һыу баҫыу биләмәһенән 13 кеше, шул иҫәптән алты бала эвакуацияланған. Улар туғандары янында. Зыян күреүселәр юҡ.
Һыу кимәле яйлап түбәнәйә. Ҡарар ҡабул итеү маҡсатында тығындарҙың башы тикшерелә.
Хәл контролдә тотола, тип белдерәләр Баш идаралыҡтан. Шулай булһа ла, әле эвакуация башланған. Кешеләрҙе, малдарҙы сығарыу талап ителә, тип хәбәр итә урындағы етәкселек.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.