Иммунитетты нығытыу өсөн диетологтар кефир эсергә кәңәш итә.
Белгестәр фекеренсә, кефир бик күп файҙалы үҙенсәлектәргә эйә, ул эсәктәрҙе токсиндарҙан һәм шлактарҙан таҙарта, иммунитетты нығыта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта.
Аҙнаһына бер тапҡыр был продукт ярҙамында ашауҙы кәметеү көнөн ҡулланырға ҡуша диетологтар. Бының өсөн бер литр кефирҙы бер нисә өлөшкә бүлергә һәм көн дауамында эсергә кәрәк. Шулай уҡ уға йәшелсә, еләк-емеш ҡушырға, кефирҙан һалҡын аштар яһарға мөмкин.
Кефирҙы даими ҡулланыу иммунитетты нығытырға ярҙам итә.