Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында тәү сиратта иртә өлгөрә торғандарына иғтибар итергә кәрәк. Бының өсөн “Ҡарағай”, “Мадлен Анжевин”, “Юбилейный”, “Башкирский” кеүек сорттарын һайлау отошло.
Баҡсала йөҙөм емешен үҫтереү, уны тәрбиәләү серҙәре менән Мораҡ ауылынан Аҫылбикә МӘЖИТОВА уртаҡлаша:
- Баҡсамдағы ун йылдан ашыу үҫтергән йөҙөмдөң сортын да белмәйем. Ул иң ябайы, һәм иң әрһеҙелер. Ундай сортлы йөҙөм күптәрҙә үҫә һәм күптәр уны әскелт тәме өсөн бик яратып бөтмәй.
Йөҙөм төрөн һайлағанда, йылы яҡтан килтереп һатҡандарын түгел, ә питомниктан, беҙҙең климатҡа яраҡлашҡанын алыу хәйерле. Баҡсамда тағы ла тиҙ өлгөрә торғаны ла бар. Тағын бер йәшел төҫтәге татлы йөҙөм шыттырғанмын. Үрсетер өсөн көҙ, йөҙөмдө ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән ваҡытта, берәр метр ҡәләм йыуанлыҡ сыбыҡтарын йыям. Кешеләрҙә күргән, оҡшаған йөҙөмдөң сыбығын һорап алырға ла була. Уларҙы сорттарын билдәләп бәйләп, тыштағы баҙға төшөрәм. Февралдә сығарып, 2 - 3 күҙ ҡалдырып ҡыялатып турайым. Сыбыҡтарҙың эсе йәшел булырға тейеш. Бер көн һыуҙа тотоп торғас, аҫтағы күҙен алып ташлап, бер-ике урындан сыбыҡ ситен бысаҡ менән тиҙерәк тамыр ебәрһен өсөн сыймаҡлайым. Һауыттағы тупраҡҡа сәнсеп, һыу ҡойоп, сыбыҡтың өҫкө осон, кипмәһен өсен тупраҡ менән булһа ла һылап ҡуябыҙ.
Быйыл , һәр береһен айырым үҫтерегә йыбанып, сыбыҡтарҙы бер күнәккә тыҡҡайным. Яҙ, сығарып ултыртҡанда, урынды дөрөҫ һайлау мөһим. Һәйбәт кенә йөҙөм төрҙәрен һатып алып та әрәм иткәнем булды шул арҡала. Һыу йыйыла торған ҡыйыҡ аҫты булмаһын. Ҡояшлы, төн яҡтан ышыҡ урын ҡулай.
Үҫтереүҙең дә төрлө ысулы бар. Мин шпалерҙарға бәйләп, рәт менән үҫтерә белмәйем. Үзбәктәрсә , оҙон итеп ебәреп үҫтерәм. Бер төптән 1-2 тармаҡ ебәрергә була. Минеке өс тармаҡ. Һәр тармаҡ, 5 - 6 метр самаһы. Көҙ, япраҡтарын ҡойғас, ҡышҡа әҙерләгәндә, төп олондан сыҡҡан сыбыҡтарҙы 40 - 50 см самаһы ҡалдырып ҡыҫҡартып сығам. Олондарын һаҡ ҡына урап, өҫтө- өҫтөнә түңәрәкләп һалам. Өҫтөн ҡоро үлән менән ҡаплайым. Ныҡ йыуан олонлолары ергә тиклем ятып бөтмәй, шунлыҡтан, һынмаһын өсөн аҫтына түмәрҙәр тығам. Яҙ, асып, ҡояшта ятырға ваҡыт биреп, бөрөләре тулыша башлауын күргәс тә, йыйып алған тәртиптә элеп, бәйләп сығам. Бөрөләре ныҡ тулышһа, бәйләгәндә ҡойолоуы бар. Һутҡа тулышмай, һығылмалығы юҡ сағында теймәй тороу хәйерле. Өс тармағын өс яҡҡа ебәрәм. Йәй буйы емешһеҙ, яңынан үҫеп сыҡҡан, файҙаһыҙ ботаҡтарын ботарлап торам. Өҫтәл өҫтөнә күләгә кәрәккәнлектән бер тармағын ғына йолҡҡоламайым. Иртә яҙҙан ботаҡтарына тейергә кәңәш итмәҫ инем, сөнки, ҡырҡҡан еренән һуты ныҡ аға. Был йөҙөмдөң ҡороуына килтереүе ихтимал.
Виноград мул уңыш бирһен өсөн дөрөҫ урын да һайларға кәрәк: һаҙлы урынға, һөҙәккә ултыртырға ярамай; баҡсаның төньяҡҡа ҡарап торған өлөшөнә ултыртмағыҙ, үтә ел өрөп торған урындан ҡасығыҙ. Емеш ағастарынан дүрт метр алыҫлыҡта урынлаштырырға кәрәк.
Фотолар шәхси архивтан алынды.