Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2024, 04:22

Ҡәҙер кисе билгеләре

Элек инәй-олатайҙар ураҙа ваҡытында Ҡәҙер кисен һаҡлап, төндәрҙе мәсеттә йә өйҙә доғалар ҡылып, намаҙҙар уҡып үткәрә торғайнылар. Балаларға был изге кисә тураһында риүәйәттәр ҙә һөйләрҙәр ине.  Дини ғалимдар билдәләүенсә, был төндә ергә фәрештәләр төшә, уларҙың һаны ер өҫтөндәге бөтә булған ваҡ таштарҙан да күберәк булыр; кем дә кем ошо кистә ихлас күңелдән ғибәҙәт ҡыла, уның гонаһтары ярлыҡаныр; был төндә нур балҡып торор. 

Ҡәҙер кисе билгеләреҠәҙер кисе билгеләре
Ҡәҙер кисе билгеләре

 

Ҡәҙер кисенең билгеләре:

- ул кисә аяҙ булыр;

- артыҡ һыуыҡ та, эҫе лә булмаҫ;

- ҡар ҙа, ямғыр ҙа яумаҫ, ел дә иҫмәҫ;

- төндә күктән йондоҙҙар атылмаҫ;

- ул кистә тынлыҡ, һиллек булыр, хатта эт тә өрмәҫ;

- ҡәҙер кисенән һуң ҡояш тулған ай һымаҡ ҡалҡыр.

Күк ҡабағы асылғанын күрһәң, "Аллаһу Әкбәр "тип әйтергә кәрәк. Өлгөрһәгеҙ, теләктәрегеҙҙе лә теләргә мөмкин.

 

Ҡайһы бер хәҙистәр буйынса Ҡәҙер кисе рамаҙан айының 27-се көнөндә булыу ихтималлығы бар. Ул көн иһә бишенән алтынсы апрелгә ҡараған төнгә тура килә. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас