Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2024, 09:30

Барлыҡ булмышынан ихласлыҡ, йөҙөнән нур бөркөлә

Һәр йәштең үҙ матурлығы бар, тиҙәр. Ысынлап та шулай икән шул: 81 йәшлек Разия инәй Сәлихова ла ғәжәйеп һөйкөмлө инәйҙәрҙең береһе. Бөйөк Ватан һуғышының иң хәл иткес осоронда тыуған инәйҙең күңел матурлығы йөҙөндә лә сағыла, буғай! Ҡара ҡайғылар күреүенә ҡарамаҫтан, тормошона һис зарланмай, ғүмерҙең һәр көнөнә шөкөр итеп йәшәй ул...  

Барлыҡ булмышынан ихласлыҡ, йөҙөнән нур бөркөләБарлыҡ булмышынан ихласлыҡ, йөҙөнән нур бөркөлә
Барлыҡ булмышынан ихласлыҡ, йөҙөнән нур бөркөлә

Барлыҡ булмышынан ихласлыҡ, йөҙөнән нур бөркөлгән инәй ғүмер көҙөн матур ҡаршылай, ауылдаштарының, яҡташтарының ихтирамын тойоп, балаларының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен татып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

  Дауыт-Ҡайып ауылында үҙ көсө менән матур донъя көткән, уңғанлығы менән дан ҡаҙанған ғаиләлә 1943 йылдың 27 майында тыуған Разия Хисам ҡыҙы. Атаһы заманында тырыш хеҙмәте өсөн иң тәүгеләрҙән булып Мәскәүҙә үткән Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә була. Балаларын бер кемдән дә кәм-хур итмәй үҫтергән ата менән әсә үҙҙәренә хас матур сифаттарҙы ул-ҡыҙҙарына ла бирә, уларҙы тырыш, сәмсел итеп донъя көтөргә, һәр эште еренә еткереп эшләргә өйрәтә.

  Ата-әсәһенән һөйөү, наҙ татып ҡына үҫһә лә, артабанғы тормош юлы аллы-гөллө биттәрҙән генә тормай Разия инәйҙең... 15-16 йәшендә генә ата-әсәһе уны үҙенән 9 йәшкә оло Әхмәт исемле егеткә кейәүгә бирә. Ҡаҙарма ауылына килен булып төшкәс, бәләкәйҙән эштең рәтен-сиратын белеп үҫкән ҡыҙ матур итеп донъя көтөп алып китә. Рәмилә менән Гүзәл исемле ҡыҙҙары тыуа.

 Әммә алдырыр көн яҙҙырыр, тигәндәй, йәш ғаиләгә көтмәгәндә бәлә килә. Баҫыуҙа ер һөрөп арып ҡайтҡан ғаилә башлығы абайламаҫтан ишек төбөндә торған мылтыҡҡа баҫып, яңғылыш атылып үлә. Береһенән-береһе бәләкәйерәк ике бала менән тол ҡалған йәш килен бейеме менән бергә йәшәүен дауам итә.

 Йыл ярым үткәндән һуң уны әсәләре үҙҙәренә күсереп алып ҡайта. Күҙәүле мунсаҡ ерҙә ятып серемәҫ, ти бит халыҡ мәҡәле. Уңғанлығы менән дан алған Разия инәй ҙә кеше иғтибарынан ситтә ҡалмай, йәнә йыл ярымдан Аҙнағол ауылында йәшәүсе Барый исемле уҙаман уның менән ғаилә ҡорорға теләүен белдерә.  Шулай итеп, 24 йәшендә Аҙнағол ауылына күсеп килә һәм килен булып төшкән еренә таштай бата Разия инәй.

 Ул йылдарҙа хужалыҡтарҙың гөрләп торған сағы, эшсе ҡулдарҙың береһе лә артыҡ түгел... Йәш ҡатын да килен булып төшөү менән колхоз эшенә егелә, оҙон-оҙайлы хеҙмәт йылдарында гектарлап-гектарлап сөгөлдөр ҙә утай, колхозда һыйыр ҙа һауа.

 Һауынсы эшенең бар ауырлығын уны үҙ елкәһендә татып ҡарағандар ғына беләлер... Хәҙерге һымаҡ шарттар булһа бер хәл! Буран ваҡыттарҙа билдән көрт кисеп эшкә барыу, көнөнә ике-өс тапҡыр ике тиҫтәләп һыйыр һауыу еңел булмай. Һыйыр һауыуҙан тыш, көн дә мал аҫтын таҙартырға, күнәкләп, ҡайһы берҙә иһә тоҡлап фураж, ем, утыҙ ҡаҙаҡлы биҙрәләр менән сөгөлдөр һығындыһы, патока таратырға ла кәрәк бит әле!  Фермала эшләйһең тип ҡарап тормайҙар, йәй һайын һауынсыларға ла сөгөлдөр бүлеп бирәләр. Йәйгеһен електәрҙе ҡыҙҙырған эҫе ҡояш нурҙары аҫтында саҡрымдарға һуҙылған сөгөлдөр юлдарын утау, көҙгө рашҡыла татлы тамырҙарҙы батҡаҡтан таҙартыу кеүек мәшәҡәттәрҙе төп эштән бушаған арала балалары булмаһа йырып сыға алыр инеме икән Разия инәй?! Бәләкәйҙән эшһөйәрлекте үҙ итеп, әсәһенең уң ҡулы булып үҫә улар.

 Әйткәндәй, икенсе тормош иптәше менән тағы 6 балаға ғүмер бирә Рәзия Хисам ҡыҙы. Оло үкенескә күрә, Барый бабай ҙа ҡыҫҡа ғүмерле булып сыға. Ул яҡты донъя менән хушлашҡанда һигеҙ баланың иң ҙуры ғына башлы-күҙле була, иң бәләкәсе иһә дүрт йәшен дә тултырмай ҡала. Уйламағанда килгән ҡайғынан, унан бигерәк өҫтөнә тауҙай өйөлгән яуаплылыҡтан башта баҙап ҡалһа ла, үҙен тиҙ ҡулға ала күп балалы әсә. Ҡайғыға бирелеп ултырып эш ҡыйратып булмаясағын аңлап, бар көсөн ул-ҡыҙҙарын кеше итеүгә, аяҡҡа баҫтырыуға йүнәлтә.

 Ул ваҡыттарҙан бирле күпме һыуҙар аҡҡан, елдәр иҫкән... Мәңге үтмәҫ кеүек тойолған йоҡоһоҙ төндәр, борсоулы көндәр ҡасандыр күргән яман төш кеүек онотолған, күргән-кисергән ауырлыҡтар ҙа томан артында тороп ҡалғандай.

 Йәндәй күреп ҡәҙерләп, бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәй үҫтергән ул-ҡыҙҙары күптән инде башлы-күҙле Разия инәйҙең (оло йөрәкле әсә уларҙың һәр ҡайһыһына белем алырға, һөнәр үҙләштерергә ярҙам иткән, матур итеп туйҙар үткәреп, оло тормош юлына оҙатҡан). Ҡайһы берҙәре үҙҙәре күптән олатай-өләсәй булыу бәхетен татыған. Рәмилә, Гүзәл, Рина, Лена, Эльвира, Гөлфиә ҡыҙҙары, Илнур улы үҙҙәренең тормош иптәштәре менән гөрләтеп донъя көтә, үҙҙәре һайлаған өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итә.

 Ҡыҙғанысҡа күрә, Разия инәйгә яҙмыштың иң ауыр һынауын – бала ҡайғыһын да күрергә яҙған... Илфат исемле улы йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскәс, ҡояш һүнеп ҡалған һымаҡ тойолһа ла, башҡа балаларына бауыр баҫып, артабан йәшәргә үҙендә көс таба әсә. Хоҙай сабырлыҡ өләшкәндә уға мул эләккән, күрәһең, эсендә ут янғанда ла “уф” тимәй, уфтанмай, күңел һыҙлауҙарын, әрнеү-ғазаптарын сабыр ғына йылмайыу аҫтына йәшерә... Иң ҙур ҡыуанысы, иң ҙур шатлығы иһә ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.

Разия инәй бына инде 30 йылға яҡын улы Илнур, кейәүе Ләйсән менән бергә йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй ҡул ҡаушырып тик кенә ултырырға яратмай, һаман тырышып донъя көтөргә ынтыла.

- Әсәйемдең әле лә, элек тә тик кенә ултырғанын күргәнебеҙ юҡ. Өйөбөҙҙә бер ҡасан да эш бөтмәй торғайны. Беҙгә лә хеҙмәт тәрбиәһе бирҙе, тиҫтерҙәребеҙ кеүек урамға сыҡҡы килһә лә, эш тамамланмай тороп, өйҙән сыҡмай торғайныҡ. Әммә талапсан булһа ла, уҫал булманы, һуғыу түгел, әрләгәнен дә хәтерләмәйбеҙ.

 Ҡул эштәренә, атап әйткәндә, бәйләүгә оҫта. Әле булһа, шәл, косынкалар, бирсәткәләр бәйләй. Беҙгә килһә лә, берәй ҡул эшең юҡмы, тип таптыра башлай.

 Аш-һыуға оҫта, бешергән ризыҡтары телде йоторлоҡ. Нимәгә тотонһа ла, шуны бына тигән итеп эшләп ҡуя.

 Уның йомарт, ипле, ярҙамсыл булыуы барыбыҙға ла үрнәк булып тора. Бер кемде лә насар итеп һөйләмәй. Ғибрәт итеп телгә алһа ла, кешенең исемен әйтмәй. “Ямандың исемен әйтмәй генә һөйләргә кәрәк”, - ти. Һәр һөйләгән һүҙе ябай, әммә төплө. “Кеше булғанда бесәйегеҙҙе лә әрләмәгеҙ, сөнки кеше үҙенә ала”, “Кешелекле, изгелекле булығыҙ. Кешенең бер рәхмәте үҙегеҙгә мең әйләнеп ҡайта”, “Насар кеше булмай ул, кәмселеге генә була”, “Һәр кемдең бер етешһеҙ яғы бар, уны күрмәгеҙ, яҡшы яғын ғына күрегеҙ” – уның әйткәндәре үҙе үк тормош һабағы.

 Әсәйебеҙгә йәнә бер матур сифат хас – ул бөтөнләй алдаша белмәй, һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләй. Ниндәй генә хәл булһа ла, нисек бар - шулай еткерә. Арттырмай ҙа, алдамай ҙа.

 Матурлыҡҡа ғашиҡ яҡыныбыҙ. Тәбиғәтте ярата, йәй етһә, урман-ялан ҡыҙырып, күңеленә ял ала, дарыу үләндәре йыйып, яҡындарына тарата,   - ти Разия инәйҙең ҡыҙҙары.

 Бына шулай, донъяның һәр көнөнә йәм табып, барыһына ла үрнәк булып йәшәй һөйкөмлө йөҙлө, матур күңелле инәй. Ул кешеләрҙе, кешеләр уны ярата. Өйҙәренән кеше өҙөлмәй. Һәр кемде асыҡ сырай менән ҡаршы ала, ихлас аралаша. Балалары, кейәү-килендәре өсөн генә түгел, һигеҙ ейән-ейәнсәре, ун бер бүлә-бүләсәре өсөн дә ер йөҙөндәге иң яҡын кеше ул. Бик бәхетле кеше тип әйтер инек уны, сөнки яҡындарыңа кәрәк, терәк булып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас