Урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплаған “Ағинәйҙәр” ойошмаһын да ул етәкләй.
Әйткәндәй, өйҙә ир-ат ҡулы юҡ, тип тормай (оло үкенескә күрә, тормош иптәше Фәнил Хәким улы битк иртә баҡыйлыҡҡа күскән) Вәсилә апай, һарыҡтар аҫрай, ҡош-ҡорт тота, умарталар ҡарай.
Әйткәндәй, Вәсилә апай ауылда йәшәүсе килендәштәре Рәйлә, Зөһрә менән бик татыу, һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәһе кеүек эштәрҙе генә түгел, башҡа күп мәшәҡәттәрҙе лә бергәләп күтәрәләр. Иренең ситтә йәшәүсе туғандарын да, уларҙың балаларын да үҙенә туплаусы нигеҙ булып тора уларҙың ҡунаҡсыл йорттары.
Мәңге бөтмәҫ көндәлек мәшәҡәттәр араһында күҙҙең яуын алырлыҡ ҡырҡмаһа-ҡырҡ төрлө гөлдәр үҫтерергә лә, күргәҙмәләргә ҡуйырлыҡ шәлдәр бәйләргә, башҡа ҡул эштәре эшләргә лә, йәмәғәт тормошонда ҡайнарға ла форсат таба Вәсилә апай. Әсәләренең матурлыҡҡа ынтылышы Ләйсән менән Миләүшәгә лә бирелгән, береһе сәйләндән күҙҙең яуын алырлыҡ селтәрҙәр эшләһә, икенсеһе төрлө сәскәләр үҫтерергә ярата. Бөгөнгө көндә улар баш ҡалала йәшәй, икеһе лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған ҡыҙҙар коррекцион мәктәптә эшләй, береһе башҡорт теленән, икенсеһе математиканан уҡыта.