Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель , 14:16

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа милли тәрбиәгә, халыҡ педагогикаһына өҫтөнлөк бирелеүе лә ғаиләләге мөнәсәбәтте нығытыуға, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһай. Заман башҡа - заң башҡа тиһәләр ҙә, милләтте һаҡлап ҡалам, рухи яҡтан да, физик яҡтан да һау-сәләмәт быуын үҫтерәм тиһәң, милли асылыбыҙға ауаздаш булған, йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә нигеҙләнгән тәрбиә алымдарын ҡулланыу отошлолор. Үҙҙәре ҡасандыр идеологик тәрбиә алып үҫкән быуын да бөгөн милләт һағына баҫып, ейән-ейәнсәрҙәрен булһа ла, нәҡ халыҡ педагогикаһы буйынса тәрбиәләргә тырыша. Был дөрөҫтөр ҙә. Сөнки халҡыбыҙҙың зирәк аҡылы ла былай ти: “Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең”. Иңебеҙҙә тотош ил, милләт кеүек төшөнсәләр ятҡанда, әлбиттә, оло яуаплылыҡ тойоп эш итергә тейешбеҙҙер.          “Матур ғаилә –ил ҡото” тип аталған рубрикала ла һөйләшеү ошо юҫыҡта булыр. Был тәңгәлдә инде “матур” һүҙенә бөтә мәғәнә лә һалыныуын аңлауы ауыр түгел. Атай-әсәйҙәребеҙ, өләсәй-ҡартатайҙарыбыҙ беҙгә ҡайҙа ғына юлланһаҡ та, “Матур йөрө!” тигән тәрән мәғәнәле теләк һүҙҙәре менән оҙата, фатихаһын бирә. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ  - Исем ауылынан Люциә Яҡупова.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була

Люциә ЯҠУПОВА:

         - Мин үҙем бәхетле, эшсән ғаиләлә тыуып үҫтем. Атай менән әсәйебеҙ 17 йәштән генә 1947 йылда яратышып ҡауышҡандар. Алты балаға тәрбиәләп, һәр беребеҙгә матур бала саҡ бүләк итеп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Улар беҙҙе кешегә ихтирамлы, иғтибарлы булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итеп эшләргә, лайыҡлы йәшәргә өйрәтте. Ураҙа ғәйетен, Ҡорбан байрамында туғандарын, күрше-күләндәрен йыйып, аяттар уҡытып торҙолар. “Һинең”, “минең” тип туғандарҙы айырып торманылар. Бер-береһен ҡәҙерләп, хөрмәт итеп 64 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта йәшәүҙәренең сере шул булғандыр, моғайын.

         Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була тигәндәй, мин дә үҙем балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә ошо тәрбиәне бирергә тырышам. Тормош иптәшем Әлфәт ағайығыҙ менән уландарыбыҙ Дим, Арслан, ҡыҙыбыҙ Ләйсәнгә ғүмер биреп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙыҡ. Килендәребеҙ Светлана, Лилиә, кейәүебеҙ Айҙарҙан да уңдыҡ, Аллаға шөкөр.

          Өс ейәнсәребеҙ, ике ейәнебеҙ бар. Форсат тейгән һайын улар беҙҙең янға ашҡынып ҡайтып торалар. Балалар менән бергә атайым менән әсәйемә, ҡайным менән бейемгә туғандарыбыҙҙы йыйып аятта  бағышлап, дини табындар йыябыҙ. Ейәндәр ҙә беҙҙең ыңғайға сүрәләр ятлап, доғалар уҡып өйрәнәләр. Уларҙың ошо ынтылышын күреү беҙҙең өсөн үҙе бер ҡыуаныс.

         Мин үҙем Яңауылға килен булып төшкән йортта ла ҡайны-бейемдәрем егәрле, эшсән кешеләр ине. Урындары ожмахта булһындар.

         Тормош иптәшем Әлфәт Әхтәм улы менән икебеҙгә лә ике яҡтан бирелгән төплө тәрбиә беҙҙең өсөн ҡиммәтле бүләк. Үҙебеҙ ҙә ғаиләбеҙҙә биргән тәрбиәбеҙ урынлы һәм балаларҙың тормошонда әһәмиәтлелер тип уйлайым.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: