Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2024, 17:10

Аҙнағолдар еңеүселәр исемлегенә инер тип ышанабыҙ!

 «Айыҡ ауыл-2023» республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө - төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлау этабы  башланды.

Аҙнағолдар еңеүселәр исемлегенә инер тип ышанабыҙ!Аҙнағолдар еңеүселәр исемлегенә инер тип ышанабыҙ!
Аҙнағолдар еңеүселәр исемлегенә инер тип ышанабыҙ!

Билдәле булыуынса, «Айыҡ ауыл» исеменә республикабыҙҙың 52 ауылы дәғүә итә. Презентацияларҙы яҡлауҙа урындағы әүҙемдәр, хакимиәт вәкилдәре ҡатнаша.

Бөгөн асыҡ яҡлауҙарҙа «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында ҡатнашыусы 14 ауыл, шул иҫәптән беҙҙең  район делегацияһы вәкилдәре үҙ проекттарын яҡланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең райондың Аҙнағол ауылы ла“Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшә. Улар еңеүселәр исемлегенә инер тип ышанабыҙ!

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2023 #АйыҡАуыл2023 #ФСГОРБ

Фотолар ҡоролтай (ВКБ) сайтынан алынды. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас