Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель , 14:48

Ни өсөн аҡҡошҡа тейергә ярамай?

Ҡаты һыуыҡтары менән йонсотҡан ҡыш үтеп, ниһайәт, бөтә тереклек көтөп алған яҙ ҙа етте. Тәүгеләрҙән булып яҙ хәбәрселәре – ҡара ҡарғалар ҡайтты. Орнитологтар күҙәтеүенсә, улар ғәҙәттә 18-20 мартта күренә башлай, ә сыйырсыҡтар ҡарғаларҙан әҙгә генә ҡалышып, 25 март -6 апрель тирәһендә ҡайта. Һабантурғайҙар, аҡҡоштар  - 1-10 апрелдәрҙә, ун беренән егермеләренә тиклем ҡыр өйрәктәре, ҡаҙҙар, торналар ҡайта. Ҡоштарға бәйле тәбиғәт һынамыштары ла бар. Мәҫәлән, ҡош ояны ағастың ҡояшлы яғында ҡорһа, йәй һалҡын була.  Осар ҡоштар күктә күмәк булып тупланып өйөрөлөшһә, көндәр яҙға тарта, йылына. Яҙ йылы булыр булһа, һабантурғай иртә ҡайта. Ә ҡарғалар көн боҙолоп, ямғырлар булһа, ҡорған оялары эргәһенән йыраҡҡа китмәй, шул тирәлә генә өйөрөлә. Йәйгеһен төнө буйы һандуғас һайраһа, ямғыр яуасаҡ.

Ни өсөн аҡҡошҡа тейергә ярамай?
Ни өсөн аҡҡошҡа тейергә ярамай?

 

Күп халыҡтарҙа ҡош культы тигән төшөнсә бар. Башҡорттарҙа ла Ислам дине индерелгәнгә тиклем ҡоштарҙы изгеләштереү күренеше булған. Ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәреш кисерһә лә, өлөшләтә бөгөн дә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең төрлө аспекттарында сағылыш тапҡан.

Беҙҙең халыҡта аҡҡош, торна, кәкүк, бөркөт һәм башҡа ҡоштар изге һаналған, хөрмәт ителгән. Аҡҡошҡа, торнаға һунар итеү ҡәтғи рәүештә тыйылған. Ғаиләгә бәлә-ҡаза килә тип иҫәпләнгән. Торна бейеүе лә яу сығыуға ишаралаған. Был хаҡта халҡыбыҙҙың бай йөкмәткеле легенда –риүәйәттәре лә бар.

Башҡорттарҙа ырыу ҡоштары ла бар. Ҡоштарға табыныу ата-бабаларҙың килеп сығышы тураһындағы ышаныуҙар менән бәйле. Бөрйәндәрҙә -төйлөгән, үҫәргән (шулай уҡ ғәйнә, ҡаңлы) ырыуҙарында –торна, тамъяндарҙа- ыласын, ҡатайҙа –ҡоҙғон, түңгәүерҙә –һайыҫҡан, юрматыла –әтәлге. Әйткәндәй, башҡорттарҙа ырыуҙар етәү генә түгел, быны тарихсылар күптән иҫбатлаған. Мең ҡабиләһенә ҡараған ҫыбы-мең ырыуында - ҡарағош, илкәй-меңдәрҙә ҡарсыға изге ҡош иҫәпләнгән. Был ҡоштарҙы үлтереү, ояларын туҙҙырыу, уларҙың итен, йомортҡаларын ашау тыйылған. Башҡорт халыҡ фольклорында торна ырыуға ҡот, бәрәкәт килтереүсе булып иҫәпләнгән. Торлаҡ ҡыйығына ҡорған ояһы именлек билдәһе итеп ҡабул ителгән. Ә бына йорт-ҡура, ауыл эргәһендә ҡысҡырышыуҙары, бейеүҙәре бәлә-ҡазаны иҫкәрткән. Бындай хөрәфәт –ышаныуҙар мәҙәни йүнәлештә лә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, “Торна бейеүе”. Уны йола рәүешендә ил-йортто төрлө афәттәрҙән һаҡлау өсөн башҡарғандар. Имеш, торна бейеүен һынландырып, халыҡ бәлә-ҡазаны “аймылыштырған”. Был бейеүҙәр хәҙер халыҡ бейеүе булып йәшәй.

 Кешенең ҡошҡа әүерелеүе кеүек инаныуҙар ҙа легендаларҙа осрай. “Бала ҡарға” риүәйәте, “Саҡ менән Суҡ” бәйете йөкмәткеһе нәҡ ошо ышаныуҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Хатта башҡорттарҙың килеп сығышы ла бер ни тиклем ҡоштарға бәйле. “Урал батыр” эпосына ярашлы, башҡорттарҙың тәү әсәһе булып Ҡояш менән Ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы Һомай иҫәпләнә.

 Мифтарҙа ла аҡҡош культы арыу ғына урын биләй: унда йәш ҡыҙ аҡҡошҡа тиңләнһә, балаһын ташлап киткән ҡатындың кәкүккә әүерелеүе һынландырыла.  Ҡоштарҙың тырнағы, мамығы, ҡанаты, уның бөйөрләтәүенән алынған таштарҙың сихри көскә эйә тип тә иҫәпләгәндәр. Халыҡ медицинаһында ла уларҙың эске ағзалары ҡулланылған. Һуйыр тырнағы менән ҡарға үте күҙ ауырыуҙарынан шифалы иҫәпләнгән.

Ҡош культы халҡыбыҙҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә лә осрай: ҡош биҙәктәре балаҫ, таҫтамал, орнаменттарында, милли кейемдәрҙә, архитектура материалдарында күҙәтелә.

 Көнъяҡ Уралда ҡоштар культы таралыуы хаҡында йәнлек стилендә эшләнгән ҡоштар төшөрөлгән археологик табылдыҡтар ҙа һөйләй, Ибн Фаҙлан яҙмаларында ла телгә алына. Ҡош культу Һинд-Европа, Кавказ, Урал-Алтай һәм башҡа халыҡтарҙа ла булған, ҡайһы берәүҙәрендә әле лә һаҡланған.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: