Бер ай буйы ураҙа тотҡанда кеше организмы иҫ киткес яңырыу кисерә.
Тәүге көндәрҙә, әлбиттә, ауыр булыуы ла ихтимал. Быны тәү башлап ураҙаға ингәндәр яҡшы белә. Ҡанда холестерин, шәкәр кимәле төшөп, ауыҙҙан насар еҫ килә, баш ауырта, йоҡо килә. Ошо этапты үтеп алһаң, артабан еңеләйә төшә.
Ураҙаның икенсе аҙнаһында кеше ас тороуға күнегә, организм энергия кимәлен тире ҡатламындағы майҙы эшкәртеүҙән ала башлай. Ифтарға күберәк һыу эсеп, еңелерәк аҙыҡ-түлек ашарға кәңәш ителә, сәхәрҙә, киреһенсә, аҡһымға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү отошло.
Ун көн-ике аҙна үтеүгә еңеллек килә. Хатта артыҡ ашағы ла килмәй. Тәүге көндәрҙә өйрәнмәгәнлектән күп ашап, эске органдарға ауырлыҡ төшһә, был этапта организм үҙен көйләй. Бауыр майҙы кетон матдәләренә әйләндереп, мейегә кәрәкле энергия бирә.
Һуңғы ун көнлөгө иһә тулыһынса таҙарыныу кимәле тиһәк тә була. Йәғни, детокс. Эсәклектәр, бөйөрҙәр, тире таҙара, организм бөтә еңеллектә эшләй, хәтер яҡшыра, көс-дәрт, энергия арта, сир-сырхау китә, мәғлүмәт үҙләштереү еңел бирелә, күңелдә лә рәхәтлек тойғоһо уяна.
Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.