Шуға күрә лә кешеләр Рамаҙан айында ураҙа тотоусыларҙы ифтарға ҡунаҡҡа саҡырып, бынан күпләп әжер-сауап алып ҡалырға теләй. Бергә ауыҙ асыуы ла күңеллерәк.
Ҡунаҡҡа ураҙа тотмаусылар ҙа килә икән, бында ла һис ниндәй гонаһлыҡ юҡ. Кемдәрҙелер, мәҫәлән, күрше, туған булғаны өсөн саҡыраһағыҙ, тимәк, күршелек, туғанлыҡ хаҡтарын үтәгән өсөн Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшерһегеҙ. Мохтажлыҡ кисереп йәшәгән кешене ризыҡландырыу бигерәк тә сауаплы.
Өҫтәүенә, ураҙа тотҡандарҙың кәңәштәрен, тарихтарын ишетеп, ураҙа тотмағандар уйланыр, үҙҙәре лә дини ғәмәлде үтәп ҡарарға дәртләнер, иншаллаһ.
Иртәгәгә, 1 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).