Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель , 15:20

"Ғаилә ҡиммәттәре йәшәйештең һәр дәүерендә лә мөһим урын биләй"

Халҡыбыҙҙа милли тәрбиәгә, халыҡ педагогикаһына өҫтөнлөк бирелеүе лә ғаиләләге мөнәсәбәтте нығытыуға, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһай. Заман башҡа - заң башҡа тиһәләр ҙә, милләтте һаҡлап ҡалам, рухи яҡтан да, физик яҡтан да һау-сәләмәт быуын үҫтерәм тиһәң, милли асылыбыҙға ауаздаш булған, йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә нигеҙләнгән тәрбиә алымдарын ҡулланыу отошлолор. Үҙҙәре ҡасандыр идеологик тәрбиә алып үҫкән быуын да бөгөн милләт һағына баҫып, ейән-ейәнсәрҙәрен булһа ла, нәҡ халыҡ педагогикаһы буйынса тәрбиәләргә тырыша. Был дөрөҫтөр ҙә. Сөнки халҡыбыҙҙың зирәк аҡылы ла былай ти: “Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең”. Иңебеҙҙә тотош ил, милләт кеүек төшөнсәләр ятҡанда, әлбиттә, оло яуаплылыҡ тойоп эш итергә тейешбеҙҙер.

Гүзәлиә ҠОТЛОГИЛДИНА, Үрге Мөрсәләй ауылы:

 - Ғаилә ҡиммәттәре йәшәйештең һәр дәүерендә лә мөһим урын биләй. Бер-береһенән тәжрибә алып, йәштәргә өлгө булып донья көткән ғаиләләр һәр осорҙа ла булған. Йәшәй-йәшәй бик күп йәшәйеш ҡағиҙәләрен үҙеңә һеңдерәһең, тәжрибә туплайһың икән.
  Бала сағым алтынсы класҡа тиклем Күгәрсен ауылында үтте, аҙаҡ интернат-мәктәптә уҡыным. Ҡәҙимге ғаиләлә, башлыса ҡәрсәйебеҙ (Күгәрсен ауылында әбей тиҙәр) тәрбиәһендә үҫтек. Ул саҡта атай-әсәйҙәр гел эштә булды. Атайыбыҙ аҙ һүҙле, ә әсәйебеҙ бик ҡыҙыу холоҡло, үҙ һүҙле, өлкәндәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай торған булды.
 Атайыбыҙҙың Камилә исемле апаһы булды. Ҡәрсәйебеҙ менән уларға барһам, ҡайтаһы килмәй ине: уларҙың өйөндә тыныс мөғәмәлә, өлкәндәргә хөрмәт, тәртип була торған ине.

Туғыҙ  балаға ғүмер , матур тәрбиә биреп оло тормош юлына сығарған Камилә әбей менән Зиннәт бабай Маннановтарҙы гел яҡты хистәр менән генә иҫкә алам, улар тураһында район гәзитенә мәҡәлә лә яҙғаным булды.
 Балалары менән бергә уйнап үҫкән, күрше булып йәшәгән ғаиләләрҙе лә әйтеп китәйек: уҡытыусы булып эшләгән Рауил ағай, Рәмзиә апай Якиевтар, һатыусы булып эшләгән Фәрзәнә апай менән Пётр ағай Ивановтар, почтальон Хәйбрахман ағай менән Сәүиә апай Сәлимовтар татыу матур ғаиләләр булып хәтерҙә ҡалған.


 Үҙем был ауылға килен булып килгәс, әсә менән улдың бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәттәре минең өсөн өлгөлө яңылыҡ булды. Мин бейемдең кинйә улына кейәүгә сыҡтым. Уларҙың бер -береһенә мөнәсәбәте, ихтирамы, ипле генә һөйләшеүҙәре миңә яҡшы өлгө булды.
 Балалар үҫә төшкәс, өҫтәлгә ашарға ултырғанда бейемем ошолай өйрәтә ине: атайығыҙ ултырмайынса икмәккә үрелергә ярамай, ул ултырғас ҡына бисмиллә әйтеп ашай башлағыҙ, ашағанда һөйләшмәгеҙ тип өйрәтә ине. Тиктормаҫ, күп һөйләй торған өлкән улыбыҙ ҙа ҡәрсәһен тыңлай ине. Ғаиләләге ипле мөнәсәбәттәрҙе, атай -әсәгә, өлкәндәргә ихтирамды бейемем балаларға өйрәтеп үҫтерҙе. Әле лә улар ҡәрсәйҙәрен дә, атайҙарын да гел яҡшы яҡтан ғына иҫкә алалар.


 Бөтә яҡтан да өлгө булырлыҡ ғаиләләр һирәк осрай, шулай ҙа һоҡланып ҡарарлыҡ ғаиләләр бар.
Азамат һәм Тәнзилә Ҡотлогилдиндарҙың ғаиләһен ауылыбыҙҙың матур ғаиләһе тип әйтеп китер инем: бик матур тәрбиә биреп  дүрт ҡыҙ үҫтерҙеләр,ике ҡыҙҙары юғары белемле уҡытыусылар, өсөнсөһө тәрбиәсе булып эшләйҙәр, кинйәләре мәктәп уҡыусыһы.
Тағы ла матур балалар үҫтереп, уларға ярҙам итеп йәшәгән ғаиләләр бар ауылыбыҙҙа. Фәнис һәм Гөлсиә Ҡотлогилдиндар, Айгөл һәм Рәжәп Рәхимовтар, Мансур һәм Зилә, Хәйҙәр һәм Нажиә Латиповтар, Ғәли һәм Зөлфиә Әбсәләмовтар ғаиләләре.


 Быйылғы йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе бик ваҡытлы, бик тә мөһим булды. Йәш, әхләҡи ярҙам кәрәк булған ғаиләләргә лә татыу, дөрөҫ йәшәү ҡанундарын өйрәтә торған саралар үткәрергә , өлгөлө ғаиләләр менән таныштырырға мөмкинлек булыр.
 Дөйөм алғанда, бына ошондай фекер менән уртаҡлашҡым килә: ғаилә тәрбиәһе бәләкәй саҡтан уҡ дөрөҫ һалынырға тейеш, бының өсөн иң тәүҙә атай-әсәй бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә, бер һүҙле булып, балалар алдында ғауға сығармай, үҙҙәренең матур ҡылыҡтарын балаларына һалырға тейештәр. Иң тәүҙә ғаиләләге өлкәндәргә ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү кәрәк.
 Ғаиләлә өйрәнгән ғәмәлдәрҙе балалар башҡалар менән аралашҡанда ла ҡуллана. "Ояһында нимә күрһә-осҡанында шул була" тигән халҡыбыҙҙың әйтеменән күп нәмәне аңларға була. Тәрбиәле, тәртипле балалар үҫтергән ғаиләләр күберәк булған һайын илебеҙ ҙә көслө, берҙәм булыр.


Автор фотоһы.

"Ғаилә ҡиммәттәре йәшәйештең һәр дәүерендә лә мөһим урын биләй"
"Ғаилә ҡиммәттәре йәшәйештең һәр дәүерендә лә мөһим урын биләй"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: