Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель , 11:27

Һынамыштар

5 апрелдә ҡайын һыуы күп булһа, тимәк, йәй ямғырлы килә.

Һынамыштар
Һынамыштар

1 апрелдә күктә йондоҙҙар күренмәһә, йылы көндәр көтөлә.
2 апрелдә йылғаларҙа боҙ шәп аҡһа, уңыш яҡшы булыр. Был көндә һалҡындар тормаһа, ҡоштар парлашһа, йәй йылы килер.
5 апрелдә ҡайын һыуы күп булһа, тимәк, йәй ямғырлы килә.
6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа – һыуыҡҡа.
7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.
8 апрель ниндәй – 8 октябрь ҙә шундай.
11 апрелдә болоттар юғары һәм шәп йөҙһә – яҡшы көнгә, аҫта икән – ямғырға.
12 апрелдә тәүге күк күкрәүе ишетелһә – йылы йәйгә.
13 апрелдә иртән ваҡ күҙле ямғыр яуһа, йәй ҙә ямғырлы була.
15 апрелдә йылғалар ярҙарынан сыҡһа, үлән шәп булыр һәм бесәнгә иртә төшөү күҙаллана.
16 апрелдә йылғаларҙа һаман боҙ китмәһә, был йылда балыҡ насар ҡабыр.
19 апрель елһеҙ, тыныс булһа, иген уңыр.
21 апрель ҡояшлы булһа – матур йәйгә, болотло икән – ямғырлы йәйгә.
22 апрелдә ел, томан кеүек тәбиғәт күренештәре күҙәтелһә, уңыш мул булыр.
26 апрелдә баҡа тауышын ишетһәң, һоло сәс.
30 апрелдә бал ҡорттары сейә сәскәһенә ҡунһа, сейә уңыр.

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: