Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель , 12:39

Бурыстан нисек ҡотолорға?

Хәҙерге заманда матди бурыстары булмаған кешеләр юҡтыр, булһа ла, бик аҙҙыр, моғайын. Бурыслы үлмәй, бурысһыҙ көн күрмәй тиһәләр ҙә, тиҙерәк түләп бөткөһө, тиҙерәк ҡотолғоһо киләлер һәр кемдең был йөктән. Изге рамаҙан айында "Ғимран ғаиләһе" сүрәһен уҡыу был тәңгәлдә бик ныҡ ярҙам итә, ти дин әһелдәре. 

Бурыстан нисек ҡотолорға?
Бурыстан нисек ҡотолорға?

Был сүрә Ҡөрьәндең өсөнсө сүрәһе, 200 аяттан тора, Мәҙинәлә индерелгән.

Бының өсөн "Илаһым, бер үҙеңдең ризалығың өсөн "Ғимран ғаиләһе" сүрәһен  уҡырға ниәт ҡылдым. Ошо сүрәне уҡығандарҙың бурыстарын алырмын тип вәғәҙә итәһең, бурыстарымды ал, бәрәкәт ҡапҡаларын ас", - тип ниәтләп, сүрәне тулыһынса уҡыйбыҙ.  Ул ярайһы күләмле генә. Шулай ҙа уны уҡығандарҙың Аллаһы Тәғәлә ризыҡтарын киң ҡылып, бурыстан ҡотолоу юлдарын асасаҡ. 

Ғәрәп телен белмәгәндәр транскрипцияһынан да уҡырға мөмкин, иң мөһиме - ниәт.

"Ғимран ғаиләһе" сүрәһенең 26-сы аятын килтерәбеҙ:

26. Ҡули-лләһүммә мәликәл-мүлки түьтилмүлкә мәң тәшәә`ү үә тәңзиғүлмүлкә миммәң тәшәә`ү үә түғиззү мәң тәшәә`ү үә түҙиллү мәң тәшәә`ү бийәдикәл-хайру иннәкә ғәләә күлли шәй`иң ҡадиир.

Транскрипцияһы:

26. (Рәсүлем) әйт һин:

— Әй, мөлкәттәрҙең хужаһы-Аллаһ, Һин теләгән кешегә милекте бирәһең, кемдең милкен алырға теләһәң, унан алаһың. Теләгән кешеңдең ҡәҙерен арттыраһың, теләмәгәнеңде меҫкенлеккә төшөрәһең. Изгелек бары тик Һинең ихтыярыңдаҙыр. Шик юҡ, Һин барса нәмәгә ҡөҙрәтлеһең. — тип. (27) - Төндө көн менән, көндө төн менән аралаштыраһың. Үлекте терелтәһең, терене үлтерәһең (йәнһеҙҙән йәнлене сығараһың, йәнлене йәнһеҙ итәһең). Теләгән бәндәңә сикһеҙ мул ризыҡ бирәһең, -тип әйт.

Бурыстан ҡотолоу өсөн  тағы бер доға:

Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла.

Изге айҙа ҡылған доғалар ҡабул булыр тигән өмөттә ҡалайыҡ. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: