Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель , 11:42

Аҡҡоштар ҡайта!

"Кисә ҡыр ҡаҙҙары ҡайтҡанын күрҙем...Ҡоштар ҡайтыуы үҙе бер моң ғына бит! Болотло күктә лә аҡлығы, сафлығы менән айырылып торған затлы ҡоштарҙы һағындырған!Меңәрләгән саҡрым ер үтеп, оя ҡорорға тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡан ҡыр ҡаҙҙарын, торналарҙы, аҡҡоштарҙы беҙ, нисектер эске бер тулҡынланыу, йәлләү ҡатыш һоҡланыу тойғоһо менән көтөп алабыҙ...Илаһи, шиғри бер күренеш ул. Зәңгәр күктә өсмөйөш яһап ҡаңғылдашып осҡан, әллә нисәмә диңгеҙ өҫләп, ер аяғы-ер башынан ашҡынып ҡайтып килгән ҡоштарҙы күҙәткәндә йөрәктәр һыҙып, күҙҙәргә йәштәр тула хатта..." Ә был һүрәтте Ялсы ауыл биләмәһенән ебәрҙеләр. Һапаш менән Ялсы араһындағы ҡар һыуына йыл да аҡҡоштар төшә икән.

Аҡҡоштар ҡайта!
Аҡҡоштар ҡайта!

"Кисә ҡыр ҡаҙҙары ҡайтҡанын күрҙем...
Ҡоштар ҡайтыуы үҙе бер моң ғына бит! Болотло күктә лә аҡлығы, сафлығы менән айырылып торған затлы ҡоштарҙы һағындырған!

Меңәрләгән саҡрым ер үтеп, оя ҡорорға тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡан ҡыр ҡаҙҙарын, торналарҙы, аҡҡоштарҙы беҙ, нисектер эске бер тулҡынланыу, йәлләү ҡатыш һоҡланыу тойғоһо менән көтөп алабыҙ...

Илаһи, шиғри бер күренеш ул. Зәңгәр күктә өсмөйөш яһап ҡаңғылдашып осҡан, әллә нисәмә диңгеҙ өҫләп, ер аяғы-ер башынан ашҡынып ҡайтып килгән ҡоштарҙы күҙәткәндә йөрәктәр һыҙып, күҙҙәргә йәштәр тула хатта..."


Ә был һүрәтте Ялсы ауыл биләмәһенән ебәрҙеләр. Һапаш менән Ялсы араһындағы ҡар һыуына йыл да аҡҡоштар төшә икән.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: