Документтарҙа күрһәтелгәнсә, батырлыҡ ҡылған көндә уға 20 йәш була. Әммә, үҙе һуғыштан һуң һөйләүенсә, ФЗО-ға уҡырға инеү өсөн ул үҙенә ике йәш өҫтәтә. Тимәк, уға ни бары 18 йәш була!
Василий Бекетов 1924 йылдың (документтар буйынса) 25 мартында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылдың мартында Ҡыҙыл Армия сафына алына. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлағандан һуң Украинаның уң ярына отделение командиры һәм взвод командиры ярҙамсыһы сифатында 8-се Армияға, 57-се уҡсылар дивизияһына, 174-се уҡсылар полкына марш ротаһына ебәрелә.
3-сө Украина фронтында Днепропетровск, Николаевск, Херсон, Одесса өлкәләрен, Молдавия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуңынан 1-се Белоруссия фронтында Житомир өлкәһе юлдары буйлап үтә.
В.Бекетов Көнбайыш Буг һәм Висла йылғаларын аша сыҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 20 июлендә ул үҙенең взводы менән беренселәрҙән булып Волынск өлкәһенең Любомль ҡалаһы районында Көнбайыш Буг аша йөҙөп сыға һәм көслө ут аҫтында дошман траншеяларына бәреп инә, унда унға тиклем гитлерсыны юҡ итә.
1944 йылдың 1 авгусында Василий Бекетов үҙ взводы менән беренсе булып дошмандың көслө артиллерия-миномет һәм пулемет уты аҫтында Магнушев ҡалаһы (Польша) янында Висла аша йөҙөп сыға. Яугирҙар яр буйында плацдармды баҫып ала, тәүге көндә үк дошмандың 14 контратакаһын кире ҡаға һәм дошмандың ныҡ нығытылған оборонаһын өҙә: гитлерсыларҙы оборонаның беренсе һыҙығынан ҡыуып сығара.
Василий Бекетов был алышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Һуғыштың тәүге сәғәттәрендә ул шәхсән үҙе 14 гитлерсыны юҡ итә, взводы биләгән позицияларҙы обороналауҙы оҫта ойоштора.
Бекетовтың аяғы ауыр яралана, әммә Василий үяуланған плацдармды обороналау менән оҫта идара итеүен дауам итә.
Висланы аша сыҡҡанда оҫталыҡ күрһәткән, плацдармды алған, дошмандың нығытылған оборонаһын өҙгән һәм шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән Василий Семенович Бекетовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән “Алтын Йондоҙ”миҙалы тапшырыла.
Хәрби ҡаҙаныштары өсөн йәш командир I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”миҙалы менән бүләкләнә. 1947 йылдың февралендә В.Бекетов запасҡа сығарыла.
Һуғыштан һуң яҡташыбыҙ Күмертау ҡалаһының төҙөлөш идаралығында механик һәм баш механик, “Ҡыҙыл маяҡ” колхозында механик һәм баш инженер, .
1951 йылдан Салауат ҡалаһында транспорт предприятиеларында өлкән мастер, механик, участка начальнигы булып эшләй. 1980 йылдан 1985 йылға тиклем ДОСААФ автомәктәбендә сәйәси бүлек буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй.
В.С. Бекетов 1991 йылдың 18 сентябрендә вафат була, Салауат ҡалаһында ерләнә.
Фото - Күгәрсен районы архивынан.