Әлеге йәшелсә организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға булыша.
Бының өсөн уны табала ҡыҙҙырып йәки газ мейесендә бешереп ашарға кәрәк. Былай әҙерләгәндә еҫе лә булмай, файҙалы үҙенсәлектәре лә һаҡлана, тулыһынса үҙләштерелә лә. Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, артерияларҙы таҙарта, ҡан баҫымын көйләй, ашҡаҙан-эсәк юлын таҙарта.Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәргә лә уны ашарға кәңәш ителә, сөнки ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Һарымһаҡты ашағандан һуң, күп итеп шыйыҡлыҡ эсегеҙ.