Депутаттың эш көнө Йомағужа 1-се урта мәктәбендә башланып китте, ул уҡытыусылар коллективы менән осрашты, педагогтарға бик кәрәкле һәм яуаплы эштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Педагогик хеҙмәт ветераны, үҙенең 40 йылға яҡын ғүмерен балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә бағышлаған, Семен-Петровский, Йомағужа 1-се һәм 2-се мәктәптәрен етәкләгән Фәнис Миңнула улы Исхаҡовҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
- Фәнис Миңнула улы менән беҙ ул Семен-Петровский мәктәбендә директор булып эшләгән сағынан уҡ таныш. Ул саҡта шул округ буйынса район Советы депутаты булып һайланған инем. Уны яҡшы тарих уҡытыусыһы, оҫта етәксе итеп беләм. Һуңғы йылдарҙа һеҙҙең мәктәпте бик яуаплы мәлдә етәкләп, коллектив менән бик ҙур эш башҡарҙы. Ниндәй күркәм белем усағы, бында эшләүе лә, уҡыуы ла бик рәхәттер.
Эйе, заманында күп мәктәптәр төҙөлдө, әммә ваҡыт үтеү менән улар иҫкерә һәм төҙөкләндереү талап итә. Беҙҙең ил ошондай иҫкергән мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын бик ваҡытлы һәм кәрәкле мәлдә ҡабул итте. Яҡшы шарттар булмаһа, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеү ауыр.
Фәнис Миңнула улы үҙ республикаһының, районының һәм ауылының ысын патриоты. Хәҙер ул хаҡлы ялда, әммә ҙур хужалыҡ алып бара, райондың һәм ауылдың йәмәғәт торомошонда әүҙем ҡатнаша, - тине Рәил Рамаҙан улы Фәнис Миңнула улын тәбрикләп. – Һәр кемгә тыуған яғы бик ғәзиз. Мин тыуған яғымда йыш булырға тырышам. Йомағужа менән мине тик яҡты хәтирәләр бәйләй, сөнки әсәйем ошо ауылда тыуып үҫкән. Өләсәйем ошонда йәшәне, беҙ һәр каникулды Йомағужала үткәрә, Ағиҙелдә рәхәтләнеп һыу инә торғайныҡ, - тип бала саҡтарын хәтерләп, ауылдың йылдан-йыл төҙөкләнә, күркәмләнә, халыҡҡа йәшәү, балаларға уҡыу, һәләттәрен асыу өсөн ыңғай шарттар булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды хөрмәтле ҡунаҡ.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов Фәнис Исхаҡовтың үҙ эшенең ысын оҫтаһы, намыҫлы етәксе булыуын билдәләне:
- Етәксене тәғәйенләгәндә, беҙ уның алдына айырым бурыстар ҡуябыҙ. Фәнис Миңнула улын директор итеп мәктәпкә капиталь ремонт башланыр мәлдә ҡуйҙыҡ. Райондың урта белем биреү учреждениелары араһында был мәктәп иң насар торошта ине. Фәнис Миңнула улы алдына ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сыҡты, белем усағы ҡыҫҡа ғына ваҡытта иң күркәм һәм заманса мәктәпкә әйләнде, хәҙер бындабелем алыр өсөн бөтә шарттар бар, - тине ул.
Фәнис Миңнула улы үҙен тәбрикләүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
***
Артабан депутат уҡыусылар менән осрашты, уларға үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлы хаҡында һөйләне, тыуған илде яратыу, илһөйәрлек, тормош ҡиммәттәре тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Эйе, Рәил Рамаҙан улы ла бына ошо залда ултырған балалар кеүек ябай ауыл малайы була. Тәүәкән ауылында тыуып үҫә, ауыл мәктәбендә белем ала.
- Һеҙҙең мәктәп яҡты, йылы һәм уңайлы. Беҙ уҡыған саҡта ундай шарттар булманы. Беҙҙең мәктәп ағас бинала урынлашҡан ине, бер-береһенән айырым торған 6 бина. Бер бинала 3 класс уҡый, линейка, физик культура дәрестәре, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә тышта үтә торғайны. Мәктәп мейес менән йылытылды. Элек колхоздар утын әҙерләү өсөн тракторҙы үҙҙәренең эштәре бөткәс кенә бирә ине. Шуға утынды ҡара көҙҙә генә әҙерләнеләр, улары сей булды, йүнләп янманы. Мәктәп ҡыш көнө бик һыуыҡ була торғайны, һалҡын көндәрҙә быйма, кейем менән ултыра инек. Әммә шундай шарттар булыуға ҡарамаҫтан, уҡыуға ынтылыш көслө булды. Тәүәкәндән Теләүембәткә күскәс, унда белем алдым. 9-10-сы кластарҙа 1-се һанлы республика мәктәп-интернатында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге гимназия) уҡыным. Мәктәпте тамамлағас, Мораҡтағы 90-сы һөнәрселек лицейында һөнәр алдым. Артабан әрмелә, тәүге йыл Украинаның Львов ҡалаһында хеҙмәт иттем, икенсе йылын Афғанстанда интернациональ бурысымды үтәнем, хеҙмәт үтеү миңә ҡаһарманлыҡ, дуҫлыҡ, илһөйәрлек мәктәбен бирҙе. Армиянан һуң Башҡортостан аграр институтына уҡырға индем, уны тамамлағас, колхозда иҡтисадсы булып хеҙмәт юлымды башланым, артабан банкта, “Газпром” йәмғиәтендә эшләнем. Хәҙер БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты.
Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай – беҙҙең республиканың иң юғары ҡануниәт органы, унда 110 депутат, уларҙың 30-ы даими нигеҙҙә эшләһә, 80-е – эште үҙҙәренең төп эше менән йәнәш алып бара, - тип үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны хөрмәтле ҡунаҡ.
- Һеҙҙең алда һөнәр һайлау, киләсәктә кем булыу кеүек һорауҙар тора. Киләсәк яҙмышығыҙ ниндәй һөнәр һайлауығыҙға бәйле. Хәҙер йәштәр алдында бөтә юлдар ҙа асыҡ. Әммә мин барыбер ҙә һәр кем үҙенә оҡшаған төплө һөнәр алырға тейеш тип уйлайым. 90-сы йылдарҙа тормош ҡиммәттәре үҙгәрҙе, еңел аҡса эшләүселәр күбәйҙе. Әммә хәҙер был ваҡыт үтте, тип уйлайым. Һеҙ үҫәһегеҙ, ҙураяһығыҙ, уҡып бөткәс, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, ғаиләгеҙҙе торлаҡ һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итергә кәрәк. Ошоларҙың барыһына ла өлгәшер, үҙеңде һәм ғаиләңде ҡарар өсөн яҡшы һөнәр, һәйбәт белгес булыу кәрәк. Әле үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бик күп белгестәргә ҡытлыҡ. Ауыл хужалығы өлкәһенә инженерҙар, агрономдар, мал табиптары етмәй. Ундай һөнәр алһағыҙ, бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясаҡһығыҙ. Заводтарға слесарҙар, токарҙар, иретеп йәбештереүселәр талап ителә. Уларҙың барыһының эш хаҡы яҡшы.
Кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй. Шуға күрә, уҡыусылар, ниндәй һөнәр һайлап, тормошҡа ниндәй план ҡороуығыҙға һеҙҙең барығыҙҙың да киләсәге бәйле. Ә ул яҡты һәм матур булыр тип ышанам, - тине Рәил Рамаҙан улы сығарылыш класс уҡыусыларына үҙенең кәңәштәрен биреп.
Артабан депутат ауылға йәм биреп ултырған белем усағы менән танышты, “Балаларҙың инициатив бюджетлауы” проекты буйынса йыһазландырылған, дәрестән һуң уҡыусыларҙың ял итер йәки тар белгестәр менән шөғөлләнер урыны булған үҙәкте ҡараны.
А.П.Филиппов исемендәге Йомағужа 2-се урта һәм реконструкциянан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында ла булды. Балаларға сифатлы белем һәм тәрбиә биреүҙе үҙҙәренең төп маҡсаты итеп алған белем усағы менән ауылдың тағы ла бер күркәм биҙәге булған “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы гөрләп эшләй. Бындай йыһазландырылған балалар баҡсаһына ҙур ҡалалар көнләшерлек бит! Бала төплө белем алһын, шәхес булараҡ формалашһын, һәләттәрен үҫтерһен өсөн Йомағужала бына тигән шарттар тыуҙырылған. Быны Рәил Рамаҙан улы ла һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуны аңлап, бар булған мөмкинлектәрен файҙаланып, тырышып уҡыһын, үҫешһен балаларыбыҙ. Беҙ уларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ!
Розалия ИСҠУЖИНА.
А.ҒӘҘЕЛШИН фотолары.