Илнур Мәсәғүтов өлгөһөндә боронғоларҙың “Ояһында ни күргән - осҡанында шул булыр” тип бигерәк хаҡлы әйтеүенә, ата-әсә тәрбиәһенең балаларға ҙур йоғонто яһауына тағы ла нығыраҡ инанаһың. Ул 1989 йылда Иҫәнғолда эшһөйәр һәм ишле ғаиләлә тыуа. Ғүмерен балалар шәфҡәт туташы һөнәренә бағышлаған Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы менән Иҫәнғолдағы “Водоканал”да мастер булып эшләгән Рәис Дәржемән улы (мәрхүм) дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһенә матур тәрбиә бирергә тырыша, һәр береһен һөнәрле итә. Илнурҙың ағаһы менән ҡустыһы ла юғары белемле, яратҡан һөнәрҙәре бар; ә һылыуы әсәһенә оҡшап медицина юлын һайлаған. Илнур ҙа мәктәптә уҡыған мәлендә уҡыуға әүәҫ булһа ла, үҙ маҡсатына бәләкәс аҙымдар менән бара. Тәүҙә (2004-2007 йылдарҙа) һөнәрселек училищеһында уҡып тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына танытма алғас, ныҡышмал егет Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә, артабан магистратураны ла уңышлы тамамлай. Аҙаҡҡы курста уҡыған сағында уҡ Өфөнөң 60 – сы лицейына инженер булып эшкә урынлашып, уҡыуы менән эшен бер тигеҙ үреп бара. Диплом алғас та лицейҙа эшен дауам итеп, яҙмышын һәм хеҙмәт юлын беҙҙең район менән бәйләгәнсе апаруҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплап өлгөрә.
Әйткәндәй, икенсе яртыһын, һөйөклөһөн – Мораҡ ауылы ҡыҙы Гүзәлде баш ҡалала осрата ул. Һылыуҙың Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған мәле була. 2014 йылда ике йәш йөрәк ҡауышып, үҙ аллы тормош башлай.
Баш ҡалала егәрле, белемле кешегә эш табыуы ҡыйын түгел, ә торлаҡ мәсьәләһе киҫкен тора шул. Йәш ғаиләне лә был ҡыйынлыҡтар урап үтмәй, ипотекаға алынған фатир ҙа електәрен һура. Киләсәктәрен ҡайғыртып һәм ауыл тормошо, тыуған яҡ һауаһы ла үҙенә тартып торғанға күрә, 2018 йылдың йәмле майында матур пар Мораҡҡа йәшәргә күсә. Ә көҙгөһөн Илнур Рәис улы “Йылылыҡ селтәре” предприятиеһына инженер булып эшкә сыға. Һәм шунан бирле таныш өлкәлә арыу-талыу белмәй намыҫлы хеҙмәт күрһәтә, район тормошонда ҡайнай.
Баш инженер булараҡ, ул үҙенең ҡул аҫтында эшләгән инженер, мастер, слесарь, токарь, ҡаҙанлыҡтарҙағы операторҙар – һәр ҡайһыһы һәм улар башҡарған эш, бындағы матди-техник база өсөн яуап тота. Предприятиеның штатында 35 кеше, район буйынса сезонлы эшселәрҙе (30 ҡаҙанлыҡ) һанаһаң 60 – ҡа етә. Башлыса ир-аттарҙан тупланған коллективта үҙ эшен белгән ысын һөнәрмәндәр эшләй.
Социаль оъекттарҙы, күп фатирлы йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеү кеүек төп эшмәкәрлектәренән тыш, Мораҡ ауыл биләмәһе территорияһында юлдар һәм тротуарҙарҙың, ҡый түгеү павильондарының торошо, урамдарҙа төнгө яҡтылыҡ, З.Биишева исемендәге һәм Мораҡтың төньяҡ биҫтәһендәге парктарҙың, Дан һәм “Хәрби туғанлыҡ” аллеялары кеүек йәмәғәт урындарының хәл-торошо, унда таҙалыҡ-тәртип булдырыу һәм башҡа күп бурыстар ята “Йылылыҡ селтәре” эшсәндәре иңдәрендә. “Водоканал” менән ҡушылғас, бурыстары, эштәре икеләтә арта, Мораҡ һәм Мәҡсүт халҡын бер өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итеү бурысы ла өҫтәлә. Ә был иһә баш инженер ғына түгел, директор урынбаҫары вазифаһын йөкмәгән Илнур Рәис улының иңдәренә төшкән яуаплылыҡтың да икеләтә артыуын аңлата.
Намыҫлы хеҙмәткәр генә түгел, сәскәләй ике ҡыҙҙың өлгөлө атаһы, һөйөклөһө Гүзәл Фәнил ҡыҙы өсөн ышаныслы донъя тотҡаһы ул. Тынғыһыҙ эштән һуң матур ғаиләһе Илнур өсөн күңел йыуанысы, рухи терәге булып тора.
Мораҡтың Сауҡалыҡ биҫтәһендә төҙөлөп бөтмәгән йорт алып, хәләл көс менән уны төҙөкләндереп, матурлап алған уңғандар. Баҡса үҫтереп, ауыл еренең йәмен тойоп йәшәргә күнеккәндәр. Ә тормошҡа дәрт-ялҡынды, эшкә илһамды сабыйҙарының шат йөҙҙәренән ала изгелекле ата-әсә. Иң тәүге мөхәббәт емештәре - Рената Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 1-се класында уҡый, икенсеһе - Сафина әлегә “Шишмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөй.
Яҡты йөҙлө, исеме есеменә тап килеп торған Гүзәл Фәнил ҡыҙы һөнәре буйынса уҡытыусы. Ул Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған, 2011 йылда мәғариф өлкәһендә эш башлаған. Һуңғы йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбендә география, химия, биология фәндәрен уҡытып, уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары эшен дә намыҫ менән атҡара. Әлеге ваҡытта Гүзәл өсөнсөгә әсәй булыу бәхетен татырға йыйына. Өс тағанлы булып, артабан да сабыйҙарының шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәргә насип булһын бер-береһе өсөн йән атып тороусы Мәсәғүтовтарға!
Ә тынғыһыҙ өлкәне һайлап, ошо Күгәрсен еренә береккән булдыҡлы, таһыллы Илнур Рәис улының район халҡы мәнфәғәте өсөн күпме көс һалаһы бар әле. Эштәре, юлдары ғына уң, йөрәге әлегеләй талымһыҙ булһын!