Көҙ ямғырлы булды, шуға күрә ерҙең һыу менән дымланыуы 146 мм тәшкил итә, был уҙған йылдар менән сағыштырғанда 20 процентҡа юғары. Ҡарҙа һыуҙың запасы ла күп кенә, былтырғы осор менән сағыштырғанда 18 процентҡа. Ер 29-32 мм-ға туңған, был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда түбәнерәк. Ҡарҙың бейеклеге 73 см, тығыҙлығы былтырғы күрһәткес кимәлендә. Оло Эйек һуңғы йылдарҙа 250 см-ға тиклем генә күтәрелә ине, быйыл 280-330 см-ға тиклем күтәрелер, тип көтөлә. Ошоларҙың барыһы да иҫәпкә алып, быйыл ташҡын һуңғы йылдарҙағыға ҡарағанда 30-40 процентҡа көслөрәк булыр, тип көтөлә.
БР-ҙың Башгидромет етәксеһе Анна Козаева быйыл Ағиҙел йылғаһы 40-70 см-ға күтәрелергә мөмкин тигән фараз бирә.