Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2024, 10:40

Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ!

Бөгөн Мораҡ ауылында матур сара ойошторолдо. “Масленица” славян халыҡтарының байрамы булһа ла, күптән инде ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ, төрлө милләт халыҡтарын үҙенә йәлеп итә.

Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ!Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ!
Һау бул, ҡыш, һаумы, яҙ!

Был юлы ла сараға килеүселәр һәм табын ҡуйып ҡунаҡтарҙы һыйлаусылар бихисап булды. Ҡайнар самауыр сәйе байрам кәйефен күтәрҙе. Өҫтәлдәрҙәге төп һый – байрамдың төп атрибуты - ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине! Халыҡ йырлап-бейеп күңел асты,төрлө уйындар уйнап кинәнде.
Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам йылдағыса - ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас