Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Марта 2024, 12:30

“Президент менән осрашырға барабыҙ”, тигән бәләкәстәр

Бөрйән районы хакимиәте башлығының кинйә улы хатта "мин Президент менән һаулыҡ һорашам", тигән хыялын да белдергән. Улар бына ошолай ҙур ғаилә булып, үҙ бурысын үтәгән. 

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов һайлауға ҙур ғаиләһе менән килеп, бергәләп тауыш бирҙе. 

- Малайҙар бәләкәйерәк булғас, әлегә һайлауҙың нимә икәнен аңлап етмәй. Һайлауға барабыҙ, тигәйнек, үҙҙәренсә әллә нимәләр уйлап сығарып бөттөләр. Сабыйҙар теленән “Президент менән осрашырға барабыҙ” тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны. Кинйә улыбыҙ хатта, мин Президент менән һаулыҡ һорашам, тип хыялланып ҡуйҙы.

Барҙыҡ. Үҙебеҙҙең һайлауҙы яһаныҡ. Иҫтәлеккә фотоға төштөк. Бик күңелле булды! – ти Лилиә Манапова.

Ысынлап та, районда байтаҡ ғаиләләр өсөн бөгөн һайлауға күмәкләп барыу матур байрамға әйләнде.

Фото һәм сығанаҡ: Бөрйән районының "Таң" гәзите.

Автор:
Читайте нас