Моңло бишек йырҙары аша сабый йөрәгенә илһөйәрлек, матурлыҡ тойғоларын һалыусы, аҡ биләүҙән алып сәстәреңә сал төшкәнсе изге доғалары, хәйер-фатихалары менән ғүмер һуҡмағынан һине оҙатып барыусы хәстәрлекле Әсә лә, тынғыһыҙ хеҙмәте, моңло яҙҙай яҡты булмышы менән был ерҙе нурлап йәшәүсе мөләйем гүзәл зат та ул – ҡатын-ҡыҙ!
Яҙмабыҙ геройы Алия Хәлитова ла - яратып баҡҡан өс тағандай өс сабыйы өсөн аҡ теләктәр теләп янған изгелекле Әсә, яҡындарының йөрәгенә йылы наҙ яғыусы яҡты ҡояш һәм ғаилә усағының йылыһын һаҡлаусы хәстәрлекле ҡатын. Өҫтәүенә үҙенә ифрат килешеп торған аҡ халатында кешеләргә шәфҡәт нуры, паклыҡ өләшеүсе намыҫлы медицина хеҙмәткәре лә.