Бөгөн беҙҙең районға эш сәфәре менән БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов килде. Ул Йомағужа ауылының мәғариф объекттарында булды. Иң тәүҙә депутат Йомағужа 2-се урта мәктәбенең педагогик коллективы менән осрашты. Педагогик хеҙмәт ветераны, үҙенең 40 йылға яҡын ғүмерен балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә бағышлаған, оҙаҡ йылдар Йомағужаның 1 –се һәм 2-се мәктәптәрен етәкләгән Фәнис Миңнулла улы Исхаҡовҡа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Артабан Рәил Рамаҙан улы өлкән клас уҡыусылары менән аралашты, уҡыусыларға үҙенең хеҙмәт юлы, илһөйәрлек, Тыуған ил, ниндәй һөнәр һайларға тигән темаларға аралашты.
Йомағужа 1-се урта мәктәбе менән “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы коллективы ла депутатты ихлас ҡаршы алды, белем һәм тәрбиә усағы менән таныштырҙы.