Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
12 Март 2024, 10:26

Өйөбөҙҙөң нуры, еребеҙҙең ғәме - Әсәләр

 Еребеҙҙең бар йәме, ғәме – Әсәйҙәрҙең яҡты йөҙөнән, наҙлы ҡарашынан, йылы ҡулдарынан. Күп бала тәрбиәләнгән ғаиләләр ауылдарҙың ырыҫын, ҡотон һаҡлай. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәткән батырҙарҙың, еребеҙҙең именлеге хаҡына шәһит киткән ил улдарының әсәләре айырыуса беҙҙең оло хөрмәт-ихтирамға лайыҡ...

Өйөбөҙҙөң нуры, еребеҙҙең ғәме - ӘсәләрӨйөбөҙҙөң нуры, еребеҙҙең ғәме - Әсәләр
Өйөбөҙҙөң нуры, еребеҙҙең ғәме - Әсәләр

 Ғаилә йылы тип нарыҡланған исемле йылдың күркәм яҙында үткән байрам кисәһендә күп бала тәрбиәләгән 7 лайыҡлы әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде:

Бикбаева Айгөл Айҙар ҡыҙы (Иртөбәк ауыл биләмәһе, Ялсы ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы), Иванова Анфиса Самат ҡыҙы (Кузьминовка), Ҡотошова Минзәлә Сабир ҡыҙы (Мораҡ), Феофанова Татьяна Николаевна (Чапаев ауыл биләмәһе), Ғөмәрова Резеда Ривил ҡыҙы (Мораҡ ауылы, “Ҡырағай бал” йәмғиәте), Рафиҡова Надежда Михайловна (Юлдыбай ауыл биләмәһе, Яңы Хвалын утары), Блинова Татьяна Масвилевна (Мораҡ ауылы).  

 Балаларҙың батыр улдар үҫтергән әсәләргә бағышланған шиғырҙары йөрәктәге әрнеү-һағыштарҙы ла ҡуҙғытты. Ҡатын-ҡыҙҙар, хөрмәтле әсәләр өсөн әҙерләнгән байрам концерты барса гүзәл заттарға яҙ бүләге булды.

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас