Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
12 Март 2024, 09:50

Аҡ яулыҡлы, йомарт күңелле Зәйтүнә инәй

 Хәтерегеҙҙәлер, бәлки, өс-дүрт йыл элек “Мораҙым” гәзитенә яҙылып, Бикбулат ауылында йәшәүсе Зәйтүнә Сафина яңы йылға шәп бүләк - быҙау отҡайны. Тормоштоң бар әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәһендә татыған ныҡлы быуындан ул. Яҡты йөҙлө, тилбер ҡуллы, кеше хеҙмәтенә тәрән ихтирам менән ҡараусы күркәм инәйебеҙ, хәҙер 80-де үтеүенә ҡарамаҫтан, гәзит уҡыуын ташламай, һаман да баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы булып ҡала. Райондағы хәл-ваҡиғалар ғына түгел, республика, илебеҙҙәге хәлдәр тураһында ла хәбәрҙар; йөрәгендә йәшәүгә булған дәрт утын һүндермәйенсә, ғәзиз балаларының, яҡташтарының, ауылдаштарының көйөнөстәренә көйөнөп, һөйөнөстәренә һөйөнөп йәшәй белеүе менән ифрат һоҡланғыс.

Аҡ яулыҡлы, йомарт күңелле Зәйтүнә инәйАҡ яулыҡлы, йомарт күңелле Зәйтүнә инәй
Аҡ яулыҡлы, йомарт күңелле Зәйтүнә инәй

 Хәтерегеҙҙәлер, бәлки, өс-дүрт йыл элек “Мораҙым” гәзитенә яҙылып, Бикбулат ауылында йәшәүсе Зәйтүнә Сафина яңы йылға шәп бүләк - быҙау отҡайны. Тормоштоң бар әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәһендә татыған ныҡлы быуындан ул. Яҡты йөҙлө, тилбер ҡуллы, кеше хеҙмәтенә тәрән ихтирам менән ҡараусы күркәм инәйебеҙ, хәҙер 80-де үтеүенә ҡарамаҫтан, гәзит уҡыуын ташламай, һаман да баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы булып ҡала. Райондағы хәл-ваҡиғалар ғына түгел, республика, илебеҙҙәге хәлдәр тураһында ла хәбәрҙар; йөрәгендә йәшәүгә булған дәрт утын һүндермәйенсә, ғәзиз балаларының, яҡташтарының, ауылдаштарының көйөнөстәренә көйөнөп, һөйөнөстәренә һөйөнөп йәшәй белеүе менән ифрат һоҡланғыс.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас