Гөлзиә Әнүәр ҡыҙы 1998 йылдан бирле Әлмәс ауылы мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Үҙе белем биргән балаларға йөрәк наҙын тигеҙ өләшкән изге һөнәр эйәһен кескәйҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә яратып, ихлас күңелдән хөрмәт итә.
Ул 1978 йылдың аҡ ҡыштарында Түләбай ауылында ишле ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Әсәһе Фәниә Хәбир ҡыҙы тирә-яҡҡа 35 йыл ғүмерен һауынсы һөнәренә бағышлаған хеҙмәт ветераны, ун бала тәрбиәләгән Герой-әсә булараҡ билдәле ине. Уҡымышлы заттан булған атаһы Әнүәр Бәхтиәр улы ғүмеренең ахырынаса дин тотоп, үҙ балаларына ғына түгел, тирә-яҡҡа ныҡлы рухи терәк булып торҙо. Эшкә бөтмөр, изгелекле ата-әсә тәрбиәһендә Гөлзиә лә бәләкәстән талымһыҙ йәнле, илһөйәр рухлы булып үҫә. Салауат педагогия колледжын тамамлағас районға эшкә ҡайта. Бәхетен дә үҙ ерендә табып, Ринат Ғәли улы менән ғүмерлеккә Әлмәскә берегә улар.
Ғаилә башлығы ышаныслы донъя терәге лә, хәстәрлекле атай һәм изгелекле олатай ҙа. Алдынғы механизатор тигән даны булған уҙаман оҙаҡ йылдар хәҙер мәктәп ҡаҙанлығында эшләй. Ҙур шәхси хужалыҡ тотор өсөн дә ир-аттың ныҡлы елкәһе, алтын ҡулдары кәрәк! Эшһөйәр, тик тормаҫ Килченбаевтар ҙур шәхси хужалыҡ тота - баҡса үҫтерә, ишле мал тота.
Бер бөртөк ҡыҙҙары – Руфина хәҙер күптән башлы-күҙле булды. Изгелекле ата-әсә йәш ғаиләгә, уларҙың ете айлыҡ сабыйына ла ныҡлы терәк булып тора. Йомарт күңелле булғас ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән дә бер татыу ғаиләләй ҡул тотошоп йәшәй.
Килченбаевтар кеүек тормошҡа әүҙем ҡарашлы, уны нисек бар шулай ҡабул итергә һәләтле һәм бер “аһ-зар”ҙы белмәҫ көр күңелле, хөкүмәт эшендә лә, емертеп донъя көтөргә лә берҙәй өлгөргән егәрле, булдыҡлы заттар булғанда, ауылдарҙа уттар һүнмәҫ әле, һүнмәҫ!..