Һуңғы ике-өс йылда район сәхнәһендә күренгәне юҡ уның. Әммә күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп, йөрәктәргә сафлыҡ, йылы наҙ бөрккән, яҙғы иртәләрҙә сут-сут килеп һайрашҡан ҡоштар, сылтыр шишмә йырынан ҡойолған моңло тауышы ифрат һағындырҙы, шул тиклем йәнгә танһыҡ!..
Земфира Собханғолова - Хоҙайҙан бирелгән һәләте менән генә түгел, йөрәгенә бар кешелек донъяһын һыйҙырырҙай алсаҡ булмышы, уңғанлығы, көслө рухы менән тирә-яҡты арбаусы гүзәл зат. 30 йылдан артыҡ тормош юлын бергә-бергә, татыулыҡта һәм мөхәббәт-наҙҙа үткән икенсе яртыһы – Илфат Мәзит улы өсөн хәстәрлекле, һөймәлекле ҡатын да, ҡулдарынан гөл тамған уңған хужабикә лә ул.