Ата-әсәһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп буй еткергән ҡыҙ бала саҡтан ауыл тәбиғәтенә, ауыл тормошона ғашиҡ була. Шуға күрә лә Түкәткә килен булып төшкәс, һис ауыр эштән ҡурҡып тормай, совхозға эшкә сыға. Тәүҙә фермала тана ҡарай, артабан һыйыр һауа, сөгөлдөр утау, эшкәртеүҙән дә ситтә ҡалмай; әммә йыр-моңдан да ситләшмәй... Ниһайәт, 2009 йылда һәләтле ҡатынға клуб мөдире эшен йөкмәтәләр. Шунан башлап Земфира Ғәфүр ҡыҙы мәҙәниәт хеҙмәткәре иңдәренә төшкән бурыстарҙы намыҫ менән атҡара. Түкәт, Буҫтыбай ауылы халҡының рухи терәге лә, әүҙем йәмәғәтсе лә булған тынғыһыҙ йәнде күркәм холҡо һәм намыҫлы эше өсөн тирә-яҡта ихтирам итәләр.
Земфира апайҙың тормош юлдашы ла донъя көтөргә сәмле, эшкә таһыллы. Ғаиләһенең ышаныслы терәге лә, “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”нең намыҫлы эшсәне лә Илфат Мәзит улы.
Дүрт сабыйға ғүмер бүләк иткән изгелекле ата-әсәне бала ҡайғыһы ла урап үтмәй. Тик маңлайҙарына тәҡдир яҙған ауыр һынауҙы лайыҡлы кисереп, “атай-әсәй” тип өҙөлөп торған өс балаһы хаҡына өр-яңынан был тормошҡа яҡты ҡараш менән бағырға, артабан да тынғыһыҙ эштән йәм табып йәшәргә күнә улар. Улдары Ришат менән ҡыҙҙары Юлиә хәҙер башлы-күҙле булған, икеһе лә һөнәрле; иң кесеһе – Лилиә Нуҡай мәктәбендә 9-сы класта уҡый, ата-әсәнең уң ҡулы, күңел йыуанысы ул.
Ауыл еренең тәмен тойоп йәшәүсе Собханғоловтар ҙур шәхси хужалыҡ тота – баҡса үҫтерә, ишле мал ҡарай. Хәләл тир тамсылары менән донъяларын гөл итеп тота уңғандар. Нәҡ улар кеүек алсаҡ күңелле, егәрле, сабыр йәнле, ныҡ рухлы кешеләр еребеҙҙең йәмен, ауылдарыбыҙҙың ҡотон һаҡлай ҙа инде!
Тулыраҡ яҙмабыҙ – баҫманың 9-сы һанында.