Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2024, 09:50

Йәндәй ғәзиз төбәктәренә йәм бөркөп

 Түләбай ауылы үҙенең эшкә бөтмөр һәм тормошҡа сәмле  уңғандары менән арбай. Күп бала тәрбиәләп халҡыбыҙ һанын һәм милләтебеҙ ҡотон ишәйтеүгә үҙ өлөшөн индергән Гөлнур менән Самат Юлдыбаевтар ҙа дәрт-ялҡынланып  донъя көтә, тыуып үҫкән төбәгенә йәм бөркөп йәшәй.

Йәндәй ғәзиз төбәктәренә йәм бөркөпЙәндәй ғәзиз төбәктәренә йәм бөркөп
Йәндәй ғәзиз төбәктәренә йәм бөркөп

Гөлнур Һиҙиәт ҡыҙы үҙе лә ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән. Әсәһе Миңъямал Ниғмәтша ҡыҙы һауынсы, атаһы Һиҙиәт Сәмиғулла улы һуғыштан имен ҡайтып тракторсы, аҙаҡ умартасы булып эшләп колхозға, тыуған төйәгенә мәнфәғәт килтергән кешеләр. Ете сабыйға ғүмер бүләк итеп, балаларын да үҙ өлгөһөндә эшһөйәр һәм кешелекле итеп үҫтерә улар. Гөлнур ҙа фермаға йөрөп әсәһенә һарай таҙартышып, һыйыр һауышып, апайҙары менән йәйге болонда бесән күбәләшеп кесе йәштән беләк нығытып үҫә.

 Бәхетен дә тыуып үҫкән төйәгендә таба. Үҙенә күҙ атып йөрөгән ауылдашы Самат Ишбулат улы менән 1985 йылда ҡауышып, татыу ғаилә ҡора улар. Йәйрәп ятҡан баҫыу-ҡырҙары, серле ҡалҡыулыҡтары менән бер оло хазинаға тиң ата-бабалар еренең ырыҫын арттырыр өсөн ошонда төпләнәләр. Йәш кәләш “Сеятель” колхозында фермала һауынсы булып эшләй, артабан һис ауырһынмай шәкәр сөгөлдөрөнән дә ситтә ҡалмай. Эшкә бөтмөр, техникаға әүәҫ тормош юлдашы тәүҙә малсы, аҙаҡ механик, тракторсы булараҡ намыҫлы хеҙмәт күрһәтә. Колхоз тарҡалғас, Самат Ишбулат улы Исемгә йөрөп “Ергән МТС-ы”нда, “Иртөбәк” агрофирмаһында, өс йыл урындағы юл төҙөү-ремонтлау идаралығында ла эшләп ала. Ҡайҙа ғына булмаһын, үҙ эшен яратып башҡара.

 Гөлнур Һиҙиәт ҡыҙы 2005 йылда почтала эш башлап, Түләбай, Гавриловка, Семен-Петровский халҡын хеҙмәтләндерә. Ул ваҡытта пенсия таратыу кеүек яуаплы бурыс та почтальондар иңенә төшә ине. Яуаплы эшсән уны ла, үҙе эшләгән осорҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу эшен дә ҙур намыҫ менән башҡарып, хаҡлы ялға сыҡҡас тағы ла ике йыл почта хеҙмәтен лайыҡлы атҡара.

 Юлдыбаевтар ҡура тултырып ҡош-ҡортон, малын аҫрап, баҡса үҫтереп сәмләнеп донъя көтә. Ҡулдары тик тормағас, өҫтәлдәренән майы-ҡорото, ҡаймағы өҙөлмәй; ҡышҡылыҡҡа уңған хужабикә тоҙло-моҙлоһон, компотын, ҡайнатмаһын күпләп әҙерләй.. Тормош иптәше Самат Ишбулат улы хәләл ефетенә һәр эштә ныҡлы терәк, ысын донъя тотҡаһы булып тора һәм яратып баҡҡан биш балаһы өсөн ул - хәстәрлекле атай.

 Ишле ғаиләлә татыу үҫкән Ләйсән, Линара, Вәсилә  хәҙер үҙҙәре матур ғаиләләр ҡороп, күп бала бағыу бәхетенә ирешкән. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Ләйсән тормош иптәше менән өс ҡыҙ, бер малай үҫтерә, ябай эшсе һөнәрен һайлаған. Линара – өс бала әсәһе, Салауат медицина колледжын тамамлап, Мәләүез янындағы Ҡаранда фельдшер булып эшләй. Вәсилә лә медицина юлын һайлаған; тормош юлдашы менән район үҙәгендә төпләнеп, бөркөттәй ике ул һәм сәскәләй бер ҡыҙ үҫтерә. Дүртенсеһе – Иштуғандың да ике ҡулына эше, һөнәре бар, Ватан алдында изге бурысын үтәп ҡайтып заманында дини белем алырға ла өлгөргән. Бишенсеһе, иң кесеһе – Наҙгөл әлеге ваҡытта Мәләүез ҡалаһының 5-се мәктәбендә уҡый. Үҙенә терәк булып тороусы апайҙары өсөн ул да ҙур ярҙамсы.

 Ҡыҙҙар ҙа, Иштуған да аталарына оҡшап техникаға бәләкәстән әүәҫ булып үҫә, машинаны оҫта йөрөтә. Хатта Наҙгөл дә техника йөрөтөү серҙәрен үҙләштереп алған. “Мин генә, мәрхүм атайым һымаҡ, йәйәү йөрөргә яратам”, - ти Гөлнур апай.

 Биш балаһы өсөн генә түгел, Түләбай ауылы яҙмышы өсөн дә йән атып тора ул. Бер нисә йыл элек түләбайҙар берҙәм рәүештә зыяраттарын кәртәләп ҡуйҙы. Унда халыҡтан аҡса йыйыу, ауыл кешеләрен изге эшкә йәлеп итеүгә Гөлнур Юлдыбаева тос өлөш индерҙе. Был төбәктә уҙған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ла үҙебеҙгә бер нисә тапҡыр булырға һәм Юлдыбаевтарҙың егәрлелегенә, аш-һыуға оҫталығына, түләбайҙарҙың берҙәмлегенә шаһит булырға тура килде.

 Йәндәй ғәзиз еркәйҙәре – Түләбайҙы ғүмерлеккә төйәк итеп, уның ырыҫын, йәмен арттырып йәшәүсе Гөлнур менән Самат Юлдыбаевтарға хас әлегеләй күңелдәре менән гел яҙҙарҙа ҡалып йәшнәүен теләге килә!        

  

 

  

      

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас