Бәрәкәтле, изге, бөтә мосолман халҡы көтөп алған Рамаҙан айы етеп килә. Ни өсөн бәрәкәтле? Сөнки был айҙа сауаптар арта һәм мең айҙан артыҡ булған Ҡәҙер төнө бар. Рамаҙан айы - изгелек айы: унда ураҙалар тотабыҙ, тәрәуих намаҙҙары уҡыйбыҙ, ауыҙ астырып, кеше ашатабыҙ, күберәк доға ҡылабыҙ, ахырында фытыр саҙаҡалары бирәбеҙ.
Рамаҙан - ураҙа айы. Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән китабында был айҙа ураҙа тоторға бойора: “Эй иман килтергәндәр, һеҙгә тиклемге өммәттәргә ураҙа тотоу ҡушылған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу бойоролдо. Тәҡүәлеләрҙән (бойороғон үтәүселәрҙән) булырһығыҙ” тип. Аллаһ илсеһе Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм: ”Ислам дине биш нигеҙгә төҙөлдө: шаһитмын Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәт Аллаһтың илсеһе; намаҙ уҡыу; зәкәт биреү; Рамаҙан айында ураҙа тотоу; мөмкинселек булһа, хаж ҡылыу”тип әйткән. Хәҙистә ураҙа ислам дине нигеҙенең береһе тип әйтелә, шуға ул фарыз – үтәлергә тейеш мотлаҡ ? береһе булып тора. Ураҙаның сауабы тураһында башҡа хәҙистәр ҙә бар.
10 апрелдә, ҡояш байығас, Рамаҙан айына инәбеҙ. Йәстү намаҙынан һуң тәрәуих намаҙы уҡыла, йәстү намаҙы 10 апрелдә киске 8 сәғәт 45 минутта уҡылырға тейеш. Кистән Рамаҙан айының ураҙаһын тотам тип ниәтләп ятабыҙ һәм уятҡысты сәхәр ваҡытына ҡуябыҙ. Сәхәрҙең ваҡыты 5 сәғәт 57 минутта сыға, шуға тиклем сәхәр ашауҙы тамамларға кәрәк. Тимәк, 11 март - ураҙаның беренсе көнө.
Ураҙа - таң атҡандан ҡояш байығансы ашап-эсеүҙән һәм енси мөнәсәбәттән тыйылыу. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм: ”Сәхәр ашағыҙ, ысынлыҡта сәхәр ашауҙа бәрәкәт бар”, тип әйткән. Кеше таң менән ашай алмайым тиһә, һыу эсһен, финик ашаһа тағы ла яҡшыраҡ. Сөнки был емештең бәрәкәтле ризыҡ булыуы тураһында айырым хәҙистәр бар.
Ураҙа тоторға ниәт күңелдән килә. Ғәрәпсә уҡыу шарт түгел. Ғөмүмән, ураҙа тотор өсөн махсус доғалар ятларға кәрәкмәй. Ашар алдынан “Бисмилләһ” әйтәбеҙ, ашағас “Әлхәмдү лилләһ” тип шөкөр итәбеҙ.
Ураҙа хәлендә гонаһтарҙан тыйылыу кәрәк. Ғәйбәт һөйләү, кешене рәнйетеү, әрләү, алдау ураҙа сауабын кәметә йә бөтөнләй сауабынан мәхрүм итә. Шуға ураҙа холҡобоҙҙо тәрбиәләй.
Кисен, ҡояш байыу менән ауыҙ асабыҙ. Ҡараңғы төшөүен көтөргә кәрәкмәй. Ауыҙ асҡан ваҡытта доға ҡабул була. Доғала Аллаһтан ураҙаның сауабын, йәннәтте, йәһәннәмдән һаҡлауын, балаларыбыҙҙың тәүфиғын, үҙебеҙҙең, ғаиләбеҙҙең, туғандарыбыҙҙың сәләмәтлеген, илебеҙҙең тыныслығын, Аллаһтың киң рәхимлеген һорайбыҙ.
Ураҙа бәлиғ булған, аҡыллы, мосолман, мөҡим (сәфәрҙә булмаған), сәләмәт кешегә фарыз. Ауырыған, сәфәрҙә булған кешегә, ауырлы йә имеҙгән ҡатынға ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Ләкин ул ошо сәбәптәр бөткәндән һуң башҡа көндө тотоп ҡуйырға тейеш була. Ураҙа тотҡан ваҡытта кеше онотоп ашаһа, уның ураҙаһы боҙолмай, пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм: ”Кем онотоп ашаһа йә эсһә, ураҙаһын дауам итһен, ысынлыҡта уны Аллаһ ашатты һәм эсерҙе” тип әйткән.
Раббыбыҙ Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айын ураҙа тотоп, ғибәҙәттәр ҡылып, файҙалы һәм сауаплы итеп үткәрергә насип итһен.
Рәсүл хәҙрәт ЯНБАЕВ, Күгәрсен районының имам-мөхтәсибе.