Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2024, 11:54

Улар менән ауылыбыҙ йәмле

Быйылғы йыл Президентыбыҙ тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан файҙаланып Күгәрсен ауылында йәшәүсе күркәм ғаилә Гөлсәсәк һәм Файыҡ Маннановтар тураһында яҙып үткем килә. 

Улар менән ауылыбыҙ йәмлеУлар менән ауылыбыҙ йәмле
Улар менән ауылыбыҙ йәмле

Ул ғаиләбеҙҙә берҙән-бер ир бала булды. Ата-әсәйебеҙ ошо ауылда тыуып, ғаилә ҡороп, 4 балаға – өс ҡыҙға һм бер малайға ғүмер биргәндәр. Берҙән-бер малай булыуға ҡарамаҫтан, ул иркә генә үҫмәне. “Атанан күргән уҡ юнған” тигән мәҡәлдәгесә, бала сағынан атайыбыҙға эйәреп бөтә эшкә өйрәнде. 5 йәшлек сағында уҡ таң беленер беленмәҫтән тороп, ауыл ситендәге совхоз аттарына тәғәйенләнгән һарайға барып, атайым эшкә егеп йөрөгән атты йүгәнләп, өйгә алып ҡайтып ҡуя торғайны. Уны бер кем дә уятманы, үҙе уянып шым ғына сығып китер ине. Атайыбыҙ уянып сығыуға, буйы етмәү сәбәпле ултырғысҡа баҫып атты егеп, әҙерләп ҡуя торғайны. Ул замандарҙа каникул ваҡытында балалар колхоз-совхоз эшенә сыға торғайны. Беҙҙең Файыҡ 6 йәшенән совхозда бесән эшләгән бригадала ат башында йөрөнө. Бесән эшләүсе малайҙар араһында иң кесеһе ул булғандыр. Хеҙмәт хаҡын да балаларға икеләтә түләйҙәр ине. Шуға ла күп уҡыусылар алдағы уҡыу йылына кәрәк-ярағын алыу өсөн йәй көнө совхоз эшенә сыҡтылар. 1 сентябрҙә совхоз директоры уҡыусыларға бүләктәр тапшыра торғайны. Ҡустымдың 7 йәшлек сағында 95 һум эш хаҡы алғаны (атайымдан күберәк!) әле лә хәтеремдә.

 Атайыбыҙ оҫта ҡуллы, йор һүҙле, кеселекле, йомшаҡ күңелле кеше булды. Уның бөтә холоҡ-фиғеле, эшкә бөтмөрлөгө ҡустыбыҙға күскән. Аайыбыҙ 45 йәшендә генә фажиғәле донъя ҡуйҙы. Ул саҡта ҡустыбыҙға 11 йәш ине. Бына шул йәшенән ул донъя йөгөнә ныҡлап егелде. Әсәйебеҙҙең ныҡлы таянысы булды, донъябыҙҙың тотҡаһына әүерелде.

 Мәктәпте тамамлағас, Амур өлкәһендә әрме хеҙмәтен үтәне, унан һуң тыуған ауылыбыҙға ҡайтып, совхозда шофер булып эш башланы. Ул саҡта эре малдарҙы йәйге йәйләүгә ҡыуалар ине. Ҡустым ошо йәйләүгә һауынсыларҙы йөрөттө. Ошо йәйләүҙә үҙ мөхәббәтен Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙын осратты. Оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөп, ололарҙың ризалығын алып, маур туй үткәреп ҡауышты улар.

 Әллә боронғоларҙың  “төп йорт кесе малайға күсә” тигән яҙылмаған ҡанунын һаҡлапмы, әллә әсәйебеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөнмө, йәштәр төп йортта ҡалып, гөрләтеп донъя көтөп алып киттеләр. Гөлсәсәк сауҙа училищеһын тамамлап, һатыусы булып эшләне. Ҡустыбыҙ үҙ һөнәренә башкөлләй сумды. Файыҡ әлеге ваҡытта ла үҙ һөнәренә тоғро, Себер тарафтарына йөрөп эшләй.   

 Киленебеҙ Гөлсәсәкте лә тәүге көндән үк үҙ иттек, яраттыҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тәрән аҡыллы, тәрбиәле, кешеләргә иғтибарлы һәм ярҙамсыл, алсаҡ йөҙлө, ихтирамлы ҡыҙҙы нисек яратмайһың! Уларҙың донъяларын йәмләп, бер-бер артлы улдары Иҙрис, ҡыҙҙары Зәлиә донъяға килделәр. Балаларын да үҙҙәре үрнәгендә кешелекле, аҡыллы итеп тәрбиәләнеләр. Улдары ауыл хужалығы техникумында, ҡыҙҙары медицина колледжында уҡып, һөнәр алдылар. Ике балаларына ла ризалыҡтарын биреп, йолаһын үтәп, туйҙар яһап, оло тормош юлына сығарҙылар. Улдары Иҙрис кәләше Зәлиә менән Зәлифә, Динислам исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Зәлиә кейәүҙәре Игорь менән Ишембайҙа төпләнделәр, Артем менән Арсенийҙы үҫтерәләр. Һәр икеһенең ғаиләләре үрнәкле, матур.

 “Тормош юлдары ҡатмарлы”, тип йырҙарҙа йырланғанса уларҙың да тормоштары шыма ғына барманы. Ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар осрап ҡына торҙолар. Тик уларҙың бер-береһенә булған мөхәббәте бар нәмәнән көслө булып сыҡты. Һөйөү көсө, ҡустыбыҙҙың аҡылы, киленебеҙҙең тәрән сабырлығы ғаиләләренең ныҡлы нигеҙен төҙөнө. Күп ваҡыт уларға ҡусты менән киленгә кеүек түгел, ә ағай менән еңгәгә ҡарағандай итәбеҙ, кәңәшкә киләбеҙ, уларҙың аҡылын тыңлайбыҙ.

 Тағы ла шуны яҙмай булдыра алмайым. Ҡустым менән киленем төп нигеҙҙә 32 йыл әсәйебеҙ менән бергә ғүмер иттеләр. Эшкә бик егерле, етеҙ, үҙ һүҙле һәм ҡыҙыу холоҡло оло кеше менән йәшәүе еңелдән булманы уларға. Тик улар һәр нәмәлә сабыр булдылар, әсәйебеҙ түшәккә ятҡас, 7 ай буйы уны матур итеп ҡаранылар, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттылар. Оло рәхмәтлебеҙ уларға. Әле лә йыл һайын атай-әсәйебеҙгә баҡыйлыҡҡа күскән көндәрендә туғандарҙы йыйып аят уҡытып, ҙур табын йыялар.  

 Барлыҡ яҙғандарға өҫтәп, ҡустымдың бала оҫтаһы булыуын да әйтеп үткем килә. Ул эшләгән өҫтәл-ултырғыстар, карауат-тахталар, семәрле һандыҡтар күҙҙең яуып алып тора, ҡустымдың күҙ нурҙарын түгеп эшләгән әйберҙәре һәр беребеҙҙең өйөн биҙәй.

Гөлсәсәк менән Файыҡ Маннановтар ғаиләһе бер яҡтан ғорурлыҡ менән яҙылһа, икенсе яҡтан йәш ғаләләргә үрнәк булһын ине. Ә ҡустым менән киленемә ауылыбыҙҙың йәме һәм ҡото булып, тыуған нигеҙебеҙҙең утын һүндермәй тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер кисерергә насип булһын!

Әлфиә ШӘРИПОВА.

Санъяп ауылы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас