Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2024, 05:56

Ишбирҙелә эштәр гөрләй

Ҡатын – ҡыҙҙар байрамы алдынан ишбирҙеләр 30 маскировка селтәре – бөтәһе 840 квадрат метр (!) майҙанлы материал әҙерләгән.

Ишбирҙелә эштәр гөрләйИшбирҙелә эштәр гөрләй
Ишбирҙелә эштәр гөрләй

Яугир егеттәребеҙгә ярҙам итеү- барыбыҙҙың да изге бурысы. Районыбыҙҙа, ауыл биләмәләрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға маскировка селтәрҙәре үрелә. Был изге эшкә Ишбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған Сапыҡ, Ҡаран, Ишбирҙе ауыл халҡы ла бик теләп ҡушылды.

 Тиҙ арала халыҡтан кәрәкле аҡса йыйылып, селтәр үреү өсөн материал Мәләүез ҡалаһындағы ”Йөрәк ҡушыуы буйынса “ ирекмәндәр ойошмаһынан ҡайтарып алынды.  Иғлан булыу менән ҡатын-ҡыҙҙар ауыл мәҙәниәт йортонда эште башлап та ебәрҙе.

 Маскировка селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды ал­дарға, ориентирҙан тайпылырға, позицияларҙы йә­шерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ бындай селтәрҙәр менән ҡапланған окопты дошман квадро­коптеры күрмәй. Шуға күрә маскировка селтәрҙәре беҙҙең яугирҙар өсөн мотлаҡ кәрәк.

 Февраль айының сатлама һыуығы ла, ҡар бураны ла халыҡты өркөтмәне. Яугирҙарҙың иҫән – һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе. Был эштә олоһо ла, йәше лә бик әүҙем ҡатнашты.

Ҡатын – ҡыҙҙар байрамы алдынан ишбирҙеләр 30 маскировка селтәре – бөтәһе 840 квадрат метр (!) майҙанлы материал әҙерләне. Бынан тыш, Сапыҡ башланғыс мәктәбе уҡыусылары һәм коллективы 80  окоп шәме әҙерләне.

 Илебеҙ яҙмышына битараф булмаған ауылдаштарҙың яугирҙарға ярҙам итергә тырышыуы — ҙур һөйөнөс. Үрелгән селтәрҙәр кемдең дә булһа ғүмерен һаҡлап ҡала икән, ә май шәмдәрен кемдер шатланып ҡулланһа —был беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс.

Бына шундай ҙур сауаплы эш атҡарып сыҡты беҙҙең ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары. Һәр эше күтәреп алырға әҙер торған әүҙем, ихлас һәм ярҙамсыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һаулыҡ, бәхет,шатлыҡ, ғаилә именлеге, илебеҙгә тыныслыҡ теләйем.

Наил ИБРАҺИМОВ, Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы.

 

 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас