Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март , 10:10

Бураҙна

Изгеләрҙән-изге кеше – Шәмиғол хәлфәнең им-том, доғалар һәм үҙе яһаған төрлө төнәтмәләр ярҙамында  йөҙҙәрсә кешене сирҙәренән шәбәйтеп, аяҡҡа баҫтырыуҙарын оло быуын яҡшы белә торғандыр. Хәлфәлә күрәҙәселек итеүе менән бер рәттән гипнозлыҡ һәләте лә ярайһы уҡ ныҡ үҫешкән ине.

Бураҙна
Бураҙна

Минең бер туған Мәрйәм апайым Шәмиғол хәлфәнең улы Нурулла еҙнәмдә кейәүҙә булғас, мин уларға йыш бара инем. Бер шундай һөйләшеүҙең шаһиты булырға тура килде. Сәй өҫтәле артында ултырғанда Шәмиғол хәлфәгә инеп сыҡҡан  бер ир, 8-9 йәшлек улына күрһәтеп, түбәндәгеләрҙе һөйләгәйне: малай тракторҙа эшләгән  ағаһы менән көтөү көтөп йөрөгән. Төш ауышҡас, бригадир килеп, ағаһын эшкә алып киткән. Ҡояш байыған, көтөү ҡайтҡан, ә улдары юҡ та юҡ икән. Ир ҡатыны менән ҡапҡа төбөндә аптырашып ултырғанда өлкән улдары ҡайтып инә, мырҙаһының һаман да юҡлығын күргәс, күршеһе менән көтөүлеккә юллана, мырҙаһын бураҙнала йоҡлап ятҡан еренән алып ҡайталар.

Ғаилә өсөн яфалы көндәр башлана. Малай әҙ ашай, әҙ һөйләшә, оҙаҡ йоҡлай. Тәүҙә фельшерға күрһәтеп ҡарайҙар, аҙаҡ Иҫәнғол дауаханаһына ла алып баралар, яҡшы яҡҡа үҙгәреш күҙәтелмәгәс, күрше-күлән кәңәшен тотоп, Шәмиғол хәлфәгә киләләр. Хәлфә улын ихлас ҡарап, өшкөрөп, им-том итеп, доғалар яҙып бирә һәм “Ҡустым, был бала эңер ваҡытында, ен-пәрейҙәрҙең самай мыжғып  йөрөгән сағында, йоҡлап киткән. Зәхмәт һуҡҡан. Икенсе юлы һаҡ булығыҙ – эңер төшкәндә өйҙә лә, ишек алдында ла, ҡырҙа ла йоҡларға ярамай”,- тип иҫкәртә.

Һуңынан ишетеүемсә, был бала шәбәйеп, ныҡлы аяғына баҫып, элекке хәленә ҡайтҡас, ата менән ул Шәмиғол хәлфәгә килеп, сикһеҙ рәхмәттәрен әйтәләр.

 

Сәнескеле шар

Тағы ла шундай хәл. Уны миңә Мәрйәм апайымдарҙың ут күршеһе Алмабикә апай һөйләгәйне.

... Ҡапҡа төбөндә көтөүҙән мал ҡайтҡанын көтөп ултырғанда ҡаршыма бер ҡатын килеп туҡтап иҫәнләште лә үҙенең Бикесме, Бикешме яҡтарынан хәлфәгә дауаланырға килеүен әйтте. Ниәте - миндә йоҡлап сығыу икән. Ризалығымды белдергәс, өйгә индек. Мал-тыуарҙы ҡарап, эш бөтөргәс, сәй эсергә ултырҙыҡ.

46 йәшлек ҡатындың эсе ауырта икән, йыл самаһы яфалана. Тәүҙә һирәк-һаяҡ ҡына ауыртһа, һуңға арала түҙерлек тә түгел икән. Дауахана юлын тапап арығас, бында килеп күренергә булған.

-Ярай әле, өйөндә булды, әтеүһә ауыр сирлеләрҙе дауалау өсөн сит ауылдарға ла йөрөй икән, - тип ҡыуанысын да йәшермәне.

Шәмиғол хәлфә уны эргәһенә ултыртып, им-том ҡыла, өшкөрә, ике төрлө төнәтмә эсерә, доғалар яҙып бирә, хушлашыр алдынан былай ти:

-Бынан сығып бер аҙ барғас, ҡапыл йөрәгең уйнап, уҡшып-уҡшып ҡоҫоп алырһың. Шул саҡ ауыҙыңдан сейә ҙурлығында  бер сәнскеле шар килеп сығыр. Уны ҡулъяулығыңа алып һал да кире миңә алып кил.

Ни ғәжәп, ул әйткәндәр дөрөҫ булып сыҡты. Шарҙы ул әйткәнсә ҡулъяулығыма төрөп, кеҫәмә һалдым ла кире килдем. Шарҙы кеҫәләремде ҡат-ҡат аҡтарып та таба алмағас, Шәмиғол хәлфә: “Ул шарҙы күпме эҙләһәң дә таба алмаҫһың, ауырыуың менән дә хушлашырһың”,- тип оҙатып ҡалды.

Ирек ИШМӘТОВ,

 педагогик хеҙмәт ветераны.

Ыуары ауылы.

Автор:
Читайте нас: