Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2024, 05:32

Йәй мартҡа ҡарап килә, тиҙәр

Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер, ти халыҡ ҙынамыштары. 

Йәй мартҡа ҡарап килә, тиҙәрЙәй мартҡа ҡарап килә, тиҙәр
Йәй мартҡа ҡарап килә, тиҙәр

*1 мартта елләп торһа, бөтә йәй елле булыр.

*Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.

*Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

*Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.

*Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға иреп инһә, бер айҙан ҡар китер.

*Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

*Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр, оҙаҡ торор.

*Әгәр ҙә тауыҡтар яҙ көнө төнәктән иртә төшһә – йәй насар булыр, әгәр һуң төшһәләр – йәй яҡшы булыр.

*Мартта көн менән төн тиңләшә.

*Марттың шартын апрель сығарыр.

*Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.

*Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас