Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2024, 05:40

Үкенерлек түгел үткәндәр

Миңнурый Зарифулла ҡыҙы менән Рафиҡ Ғәлийән улы Әлибаевтар Аҙнағол ауылында ғүмер кисерә. 

Үкенерлек түгел үткәндәрҮкенерлек түгел үткәндәр
Үкенерлек түгел үткәндәр

Ил алдындағы изге бурысын 1968-1970 йылдарҙа Волгоград ҡалаһында үтәй Рафиҡ ағай. Ҡорал складында хеҙмәт иткән егеткә командирҙары хәрби булырға тәҡдим итеп, армияла тороп ҡалырға өндәй, әммә ул әсәһен уйлап, мөҙҙәте тулыу менән тыуған яғына ашыға. Армияға тиклем колхозда төрлө эштә эшләп өлгөргән һалдаттың күңеле техникаға тартыла һәм тракторсы һөнәрен алыу өсөн Мораҡ 14-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Ҡулына таныҡлыҡ алып, бер аҙ тракторсы булып эшләгәндән һуң уны тракторсылар бригадаһына  бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны намыҫ менән атҡарһа ла, күңеле ятмай һәм ҡабат тракторға ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас