Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2024, 06:35

Илебеҙ һаҡсылары һәм яҡлаусыларына дан!

23 февралдә илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләне. Матур йолаға ярашлы, был көндө халҡыбыҙ ир-егеттәрҙе – Бөйөк Ватан һәм башҡа локаль һуғыш ветерандарын, шинель кейеп, хәрби присяга биргән һалдат һәм офицерҙарҙы, хатта әле генә донъяға килгән ир сабыйҙарҙы тәбрикләй. Сөнки халҡыбыҙ уларҙың һәр береһендә Тыуған иленең, яҡындарының яҡлаусыһын һәм терәк-таянысын күрә.

Илебеҙ һаҡсылары һәм яҡлаусыларына дан!Илебеҙ һаҡсылары һәм яҡлаусыларына дан!
Илебеҙ һаҡсылары һәм яҡлаусыларына дан!

Был байрам илебеҙ һалдаттарының элек-электән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙәренең сағыу бер миҫалы, дәлиле булып тора һәм шуның менән беҙгә  бик ҡәҙерле. Илебеҙҙе дошмандан һаҡлау ир-егеттәребеҙ өсөн иң изге бурыс булып һаналды һәм һанала. Ватанға, хәрби бурысыңа тоғролоҡтоң, был байрамдың төп асылына һуңғы йылда нығыраҡ төшөндөк, уның әһәмиәтен нығыраҡ аңлай башланыҡ.  Илдә махсус хәрби операция башлағас, республикабыҙҙың, шул иҫәптән беҙҙең райондың ир-егеттәре илебеҙ именлеге, уның тотороҡлоғо һәм тыныслығы һағына баҫты.

 Байрам уңайынан районыбыҙҙың һәр ауылында тиерлек күркәм саралар уҙғарылды. Район үҙәгендә “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә, “Мәңгелек ут”ҡа сәскәләр һалынды, һәләк булған хәрбиҙәр, ветерандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Унда район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, уның урынбаҫарҙары, ойошма-предпритие етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Төп кисә – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш район мәҙәниәт һарайында үтте. Сараға килгәндәр тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы тәҡдим иткән “Хәтер ваҡыттан көслөрәк” экспозияһы, үҙәк район китапханаһы әҙерләгән һуғыш темаһына арналған китаптар һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе менән таныша алды. 

 Ир-егеттәрҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы менән район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин тәбрикләне, Ватанды һаҡлау һәр заманда ла ир-егеттәрҙең изге бурысы булып һаналыуын, күгәрсенлеләрҙең бер яуҙан да ситтә ҡалмауын, Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстан, Чечен бәрелештәрендә  әүҙем ҡатнашыуын, батырлыҡтары өсөн йөҙләгән яҡташ һалдаттарыбыҙҙың орден-миҙалдар менән бүләкләнеүен, районыбыҙҙың 8 яугиры Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 Район етәксеһе әле лә күгәрсендәрҙең илдәге хәлдәргә битараф булмауын, махсус хәрби операция зонаһында нацизм менән көрәшеүҙәрен билдәләп, яугир яҡташтарыбыҙҙың ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе. Бында урында хеҙмәт итеүселәрҙең дә илебеҙ мәнфәғәте өсөн бар көсөн һалыуын, һәр береһенең ил, республика, район үҫеше өсөн тос өлөш индереүен, яуҙағыларға ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен, күгәрсендәрҙең гуманитар ярҙам йыйыуға әүҙем ҡушылыуын билдәләп барыһына ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән Шайморатов орденына лайыҡ булған (үлгәндән һуң)  Абдулов Руслан Рәфҡәт улының наградаһын әсәһе Рәисә Оморҙаҡ ҡыҙына тапшырҙы.

 “Хәрби туғанлыҡ” урындағы хәрәкәт үҫешенә тос өлөш индергәндәре һәм махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индергәндәре өсөн “Хәрби туғанлыҡ” урындағы хәрәкәте бүлексәһе рәйесе Михаил Савельев, халыҡтың һаулығын һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгәне өсөн Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табибы Фәиз Хәлитов райондың Маҡтау грамотаһын алды.

 Залда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар ине, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәре һәм байрам уңайынан Өлфәт Килсенбаев менән Валентин Тумановҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.

 Тантаналы сарала хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәндәре һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр тәбрикләнде. Район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Илдар Ғилманов, участка уполномоченныйы Денис Жигалов, Ейәнсура район-ара тикшереү бүлеге етәксеһе Радмир Каюмов, етәксе урынбаҫары Илнар Сайдашев, тикшереүселәре Ринат Хәмиҙуллин менән Халед Атик, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы Күмертау ҡалаһындағы бүлексәһе хеҙмәткәре Михаил Носков, БР Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссариаттың бүлексә начальнигыДим Хөсәйенов, уның ярҙамсыһы Алена Айытова, хәрби комиссариат һаҡсыһы Фәнүр Бүкәнбаев, РФ Федераль Енәйәтте башҡарыу идаралығының Ейәнсура муниципаль-ара филиалы өлкән инспекторы Тимур Хәмиҙуллин, РФ Федераль суд приставының БР буйынса идаралығы Күгәрсен район бүлексәһе кесе суд приставы Илгиз Иҡсанов, суд приставы Фидан Псәнчин, 84-се янғын-ҡотҡарыу часы ҡарауыл начальнигы Рим Сәйетбатталов, янғын һүндереүсеһе Николай Бражников район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнде. 

 -  Был байрам -  беҙҙең тарихта айырым әһәмиәткә эйә. Беҙ тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы Рәсәй яугирҙарына хөрмәт һәм ихтирам күрһәтәбеҙ. Рәсәй тарихында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, рух ныҡлығы һәм тыуған еренә сикһеҙ һөйөүҙең сағыу өлгөһө булып тороу миҫалдары күп. Изге, матур йола буйынса халҡыбыҙ ҡаһарман геройҙарҙың тиңһеҙ батырлыҡтарын хәтерләй, Ватан өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямағандарҙы ғорурланып иҫкә ала,- тип билдәләне Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары Ришат Әминев һәм Тыуған иле өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямай, яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға саҡырҙы.   

Йәш быуын исеменән залда ултырыусыларҙы байрам менән ҡотлаусы Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһының 7 –се шайморатов класы уҡыусыһы Иҙел Исҡужин йәш быуындың тыуған илен һаҡлаусы һәм яҡлаусы батыр олатай-ағайҙары менән ғорурланыуҙарын белдерҙе.  

 Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай концерт программаһы һәр ваҡыттағыса сағыулығы, тематикаға тап килеүе, юғары башҡарыу оҫталығы, уйланылған сценарийы менән айырылып торҙо, был байрамдың һәр күгәрсенле өсөн бик тә әһәмиәтле икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Розалия ИСҠУЖИНА.

 Автор фотолары.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас