Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март , 16:25

Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде!

Һәр эште бисмиллалап башҡарырға күнеккән аҙнағолдар сараны урындағы иман йортонда ауыл именлегенә бағышлап доғалар уҡыуҙан башланы.

Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде!
Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде!

Боронғо башҡорт көнкүрешен сағылдырған тирмәлә аҙнағолдар тәрән тармаҡлы Рыҫмөхәмәтовтар, Сәлиховтар, Кинйәбулатовтар шәжәрәләре менән таныштырҙы. Тирмә алдында иһә һәр кем милли ризыҡтарҙан ауыҙ итә, урғып ҡайнап ултырған самауыр сәйе менән һыйлана алды.

  Ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткән ауыл урамында алма төшөргә лә урын юҡ ине тиһәң, һис кенә лә арттырыу булмаҫ: шулай булмай һуң, көн һайын ауылда һабантуйға тиң ҙур сара – “ауылпиада” уҙып тормай ҙа! Берәүҙәр утын ярыуҙа, арҡан тартышыуҙа, суҡмар ырғытыуҙа ярышһа, икенселәр иңдәренә көйәнтәләр һалып, үҙҙәренең етеҙлеген һынаны, өсөнсөләр бер-береһен санала һөйрәне, сәкән һуҡты, тоҡ кейеп ярышты. Ҡул эштәре күргәҙмәләре лә һәр кемдең иғтибарын яуланы.

 Билдәле булыуынса, ауыл аҡһаҡалы Шәрифйән ағай Кинйәбулатов урындағы балаларҙы грек-рим көрәшенә өйрәтә. Уның уҡыусылары ла, әлбиттә, саранан ситтә ҡалманы - үҙҙәренең көрәш алымдарын күрһәтте.

 

Сара хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

 

 

Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде!
Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде!
Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде!
Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде!
Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: