Ауылдың уңған апай-инәйҙәре, егәрле килендәре барыһы ла туҡмас ҡырҡыу, тәм-том, сөсө икмәк бешереү менән мәшғүл. Уларҙың ниәттәре изге: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға гуманитар ярҙам ебәреү. Әйткәндәй, байтаҡ ҡына Сәйетҡол менән Бикеш егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Әүҙемдәр маскировкалау селтәре үрергә лә йыйына.
Ошондай ҙа изге уй менән, яҡшы ниәт менән янған Сәйетҡол менән бикештәргә "Афарин"дан башҡа һүҙ юҡ!!!