- Ай һайын беҙҙең граждандар 220 миллиондан артыҡ аҡсаһын мутлашыусыларға күсерә һәм ҙур бурыстарға бата. Бәйләнештә (ВК), ватсап, телеграмм... – улар һәр тарафтан һөжүм итә. Ят номерҙан шылтыратһалар, иң яҡшыһы – яуап бирмәҫкә. Әгәр ҙә телефонығыҙҙы алдығыҙ икән, һөйләшеүҙе тиҙ арала өҙөүегеҙ хәйерлерәк. Һаҡ булығыҙ! Мутлашыусылар кешене ышандыра белә. Улар тоҙағына хатта элек хоҡуҡ һағында эшләп киткәндәрҙең, етәкселәрҙең, абрулы уҡыу йорттарының профессорҙары, хатта банк хеҙмәткәрҙәренең эләгеү осраҡтары ла бар, - тине Заур Хәбиб улы.
Мутлашыусылар кешене алдар өсөн ниндәй генә юлдарға бармай. Был хаҡта тулыһынса мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың киләһе һанында уҡығыҙ.