Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
27 Февраль 2024, 04:15

Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшә

1 апрелдән киләһе үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелә.

Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәВодитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшә
Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшә

🚦 Имтиханды ябайлаштырыу һәм рөхсәт ителгән хаталар һанын арттырыу.

🚦 Штраф балдары биштән алып етегә тиклем арттырыла.

🚦Ҡала буйлап йөрөгәндә ике бәләкәй хата ебәрергә мөмкин — мәҫәлән, боролғанда һуңлап сигнал биреү йә моторҙы яңылыш һүндереү.

🚦 Хәҙер имтиханды ҡабул итеүсе ЮХХДИ инспекторы алда түгел, ә артта ултырасаҡ.

🚦 Инспекторҙың имтиханға ҡыҫылырға хоҡуғы булмаясаҡ.

🚦 Имтиханда ҡулланылған автомобиль камера ғына түгел, өҫтәмә педалдәр сигнализаторы менән йыһазландырылырға тейеш. Ошоға бәйле, автомәктәп инструкторы үҙенең уҡыусыһына ярҙам итә алмаясаҡ.

🚦 Руль артында эскән килеш йөрөгән өсөн хөкөм ителгәндәр, әрме хеҙмәтенән ҡасып ҡалғандар водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуҙан мәхрүм ителәсәк.

Автор:
Читайте нас